Уҡытыусыларыбыҙ беҙгә төплө белем биреү менән бер рәттән халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте менән яҡындан таныштырыу маҡсатында йыш ҡына экскурсиялар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр ойоштора. Мәҫәлән, күптән түгел хозур Ишембай ерендә булып ҡайттыҡ.Сәйәхәт Түбәнге Әрмет ауылынан башланды. Бында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллин тыуып үҫкән. Ауылда уның исемен йөрөткән урам һәм мәктәп бар, бай музей булдырылған. Уҡыу йорто директоры Наил Лутов күренекле ауылдашы, тупланған һәр экспонат тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, белем усағы биләмәһенә Ибраһим Ғиззәтуллиндың бюсы ла ҡуйылған.
Артабан Көҙән ауылына юлландыҡ. Башҡорттоң данын бар донъяға танытҡан арҙаҡлы милләттәшебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ерендә шанлы тарих биттәрен барлағандай булдыҡ. Был тойғо шәхесебеҙҙең музейында айырыуса көсәйҙе. Вәлидиҙең балауыҙҙан яһалған һыны, ултырғысы, мөһим документтарға ҡул ҡуйған өҫтәле... Музейҙың ифрат бай булыуы, өҫтәүенә директор Илдус Шәйәхмәтовтың ғәжәп мауыҡтырғыс итеп һөйләүе беҙҙе ныҡ тәьҫирләндерҙе. Әйткәндәй, музейға халыҡ күп килә икән.
Экскурсия барышында мәктәптәрҙә булып, үҙебеҙҙең уҡыу йорто, ҡыҙыҡлы студент тормошо тураһында һөйләнек, уҡырға килергә саҡырҙыҡ. Рухланып, көс-дәрт алып ҡайттыҡ изге төйәктән.
Әлфиә ФАЗЛЫЕВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты.