Иңендәге һөнәри бурысын ҙур теләк менән ихлас башҡарған педагогтар бихисап. Шуларҙың береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының физика уҡытыусыһы Әлиә Шәрәфетдинова. Ул Мейәс ҡалаһында тыуып үҫкән, Силәбе дәүләт университетында белем алған. Уҡыған йылдарында уҡ тырыш, әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән айырылып торған.
Хәҙер инде Әлиә Даян ҡыҙының 1-се гимназия-интернатҡа тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуына ла ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Үҙе уҡытҡан предметты төплө белгән, балаларға ябай, аңлайышлы төшөндөргән сабыр холоҡло, итәғәтле педагогты һәр кем хөрмәт итә. Физиканан имтихан тапшырырға йыйынған сығарылыш класс уҡыусылары йылдан-йыл арта. Әлиә Даян ҡыҙы уларға өҫтәмә дәрестәр бирергә һәр саҡ әҙер.
Уның атаһы “Урал” автомашиналары эшләнгән заводта баш белгес булған, әсәһе – абруйлы технолог. Эшкә бик иртә йөрөгәндәр. Ғаиләлә иһә – өс бала. Ҡустыһы Марат менән һеңлеһе Вилена тулыһынса Әлиәнең ҡарамағында. Бәләкәстәрҙе уятып, йыуындырып, кейендереп, балалар баҡсаһына оҙатыуын, кис әкиәт уҡып йоҡлатыуын йылмайып хәтергә ала ул хәҙер. Өлкәндәр эштән ҡайтыуға өй йыйыштырылған, ашарға әҙерләнгән... Яуаплылыҡ, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, хәстәрлекле булыу кеүек сифаттар Әлиәнең күңеленә шулай бала саҡтан һалынған.
Әсәһе яғынан олатай-өләсәйе лә ғүмер буйы мәктәптә эшләгән. Яҡты донъянан киткәндәренә байтаҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, Миәкә районының Әнәс ауылы халҡы әле булһа данлыҡлы уҡытыусылары Зоя апай һәм Зәйни ағай Йыһаншиндарҙы тәрән ихтирам менән иҫкә ала. Әлиә ҡәҙерлеләре биргән һабаҡтарҙы күңеленә һеңдергән: һәр кем уны талапсан, ғәҙел кеше тип белә.
– Һәләтһеҙ уҡыусы юҡ. Педагог һәр баланың үҙенсәлеген күрә белергә тейеш, – ти ул. – Кемдер физиканы үҙһенмәһә, тәү сиратта үҙемде ғәйепле һанайым: уның күңелендә предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алмағанмын. Тимәк, был уҡыусыға иғтибарҙы арттырырға бурыслымын. Бөгөнгө тормошта бит физиканың әһәмиәте айырыуса ҙур. Иҡтисади үҫеш уға туранан-тура бәйле.
Туҡтауһыҙ камиллашыу юлында Әлиә Шәрәфетдинова. Махсус әҙәбиәттән, гәзит-журналдан, Интернеттан үҙ предметына, мәғрифәт, педагогика, психология мәсьәләләренә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп, өйрәнеп бара. Шуға күрә лә уның дәрестәре көтөп алына.