Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге райондары өсөн ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индергән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был байрамды ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршы алыуҙары хаҡында белешер өсөн уҡыу йорто директоры Илнур МЫРҘАГИЛДИНға мөрәжәғәт иттек.– Илнур Марат улы, колледждың тарихына туҡталмау яҙыҡ булыр, эйеме?..
– Әлбиттә, сөнки уҡыу йортоноң элеккеһе лә, бөгөнгөһө лә иғтибарға лайыҡ. Тарихы 1975 йылда Баймаҡта асылған 29-сы һөнәрселек училищеһынан башланған, һуңынан ул ошондай уҡ 105-се училище булып киткән. Исеме бынан өс йыл элек – Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы, бөгөн иһә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тип үҙгәртелде.
Әйтергә кәрәк, ошо йылдарҙа учреждение үҫә, матди-техник базаһы нығына, төбәк өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелә. Бында, әлбиттә, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең, уҡытыусыларҙың, мастерҙарҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн беҙҙең учреждение Әбйәлилдәге 93-сө, Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеларын, Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын берләштерә, үҙәк булып һанала.
– Уҡырға килеүселәр күпме? Коллектив нисек тупланған?
– Әле беҙҙә 1200 студент уҡый, улар менән ижади ҡарашлы, бай тәжрибәле остаздар эшләй. Колледждың Баймаҡтағы үҙәк учреждениеһында 23 уҡытыусы, дүрт тәрбиәсе, 13 производствоға өйрәтеү мастеры һәм 40 административ идара итеү, хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләй.
– Ниндәй һөнәр йә йүнәлеш буйынса белем бирелә?
– Уҡыу йорто “В”, “С”, “Д”, “Е”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, йорт хужабикәһе, иретеп йәбештереүсе, ағастан художестволы әйберҙәр эшләүсе, автомеханик, тегенселек операторы, ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, контролер-кассир һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләй. Бынан тыш уҡыусыларҙың “В”, “С” категориялары буйынса водитель, ашнаҡсы, токарь, малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса оператор, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмаларын ремонтлаусы слесарь һәм ЭВМ операторы һөнәрҙәрен үҙләштереү мөмкинлеге бар.
Колледждың матди базаһы барлыҡ талаптарға яуап бирә: дүрт уҡыу корпусы, ятаҡ, ашхана, спорт залы, китапхана, медпункт, тамаша залы, йылытылған гараждары булған машина ихатаһы, оҫтаханалар бар. Машина-трактор паркында дүрт еңел, алты йөк автомобиле, 12 трактор, өс комбайн бар, 262 гектар еребеҙҙә ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә, мал аҙығы әҙерләнә. Уҡыу хужалығында 17 баш һыйыр малы аҫрала, ете бал ҡорто күсе иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа автотрактородромға асфальт түшәлде, уҡыу ҡоролмалары, стендтар һатып алынды. Һыйыр малын аҫрау өсөн тәғәйен производство базаһы ремонтланды. Урғаҙа, Әбйәлил филиалдарында ла ҙур эштәр башҡарылды.
Колледж шулай уҡ социаль партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә – республиканың, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Ленин исемендәге, “Баймаҡ тәжрибә хужалығы”, “Рассвет” хужалыҡтары, “Толпар” йәмғиәте, “Урал аръяғы – Агро” МТС-ы, Күлтабандағы мегаферма, Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы, район ветеринария станцияһы, Өфө районының “Алексеевка” совхозы, Яр Саллы ҡалаһының “КамАЗ” йәмғиәте, Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһы һәм башҡалар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Улар нигеҙендә студенттарыбыҙ производство практикаһы үтә, аҡса эшләү мөмкинлеге лә бирелә.
– Колледжда мәҙәни эшмәкәрлек ниндәй кимәлдә ойошторолған?
– Уҡыу йортоноң коллективы ҡаланың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конкурста лайыҡлы сығыш яһанылар, “Студент яҙы” төбәк конкурсында, фольклор коллективтары араһында иң көслөһө тип танылдылар. “Башҡортостан ынйылары” республика фестивалендә лә колледждыҡыларға етеүсе булманы. Ҡала, район буйынса үткәрелгән спорт ярыштарында ла уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, ҙур еңеүҙәр яулай.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы заман һынауҙарына бирешмәҫ, артабан да үҫер, төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүҙе лайыҡлы дауам итер – быға иманыбыҙ камил.
Г. ҺИММӘТОВА әҙерләне.