Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы22.12.2015
Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы Һәр йорттағы именлек, мәктәп һәм дауахана кеүек мөһим социаль-мәҙәни учреждениеларҙың тотороҡло эшмәкәрлеге торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығына, һөнәри оҫталығына бәйле. “Жилсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге – быға матур миҫал.


Йәмғиәт 2006 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ ойошторола. Тәүге йылдарҙа ул саҡтағы “Федоровка торлаҡ-коммуналь хужалыҡ агентлығы” идарасы компанияһы менән килешеү нигеҙендә күп ҡатлы торлаҡ йорт­тарҙы хеҙмәтлән­де­рәләр, ағым­дағы ремонт эштәрен башҡаралар һәм көн­күреш ҡалдыҡтарын сығаралар, йәғни подряд ойошмаһы булараҡ эшмәкәрлек алып баралар. Ә инде 2009 йылда агентлыҡ ғәмәлдән сығарылғас, уның идара функциялары “Жилсервис”ҡа күсә. Хәҙер предприятие бер үк ваҡытта үҙе идарасы ла, подрядсы ла булып тора.
Йәмғиәттең эшмәкәрлеге күп яҡ­лы: Федоровка, Бала-Сытырман, Гончаровка ауылдарында күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәт­ләнде­рә­ләр, торлаҡ фондына идара итә­ләр, йорт ихаталарын таҙарталар, ағын һыуҙарҙы һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртәләр. Төҙө­лөш һәм торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ федераль агентлығы пред­прия­тиеға биналар һәм ҡо­ролмалар төҙөүгә лицензия биргән.
Әйткәндәй, “Жилсервис”тың идарасы компанияға әүерелеүе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тар­мағында реформаның баш­ланған осорона тура килә. Коллектив өсөн айырыуса ҙур һы­нау була ул, сөнки икеләтә бурыс йөкмәп, ағымдағы эштәрҙән тыш, реформа талаптарына ярашлы эшмәкәрлекте лә ғә­мәлгә ашыралар. Атап әйткәндә, күп фатирлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса республика һәм федераль дәүләт программаларында ҡатнашалар, коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса әһәмиәтле саралар күрелә. Бигерәк тә күп фатирлы йорт­тарҙы капиталь ремонтлауға етди иғтибар йүнәлтәләр.
Ремонтҡа проект-төҙөлөш доку­ментацияһы фатир хужа­ларының дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә төҙөлә. Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы республика адреслы програм­маһына индереү буйынса яуаплы эш башҡарыла. Предприятие заказсы һәм субподрядсы функцияларын үҙ иңенә ала. Шул рәүешле республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы алдында ҙур яуаплылыҡ тоторға тура килә. Әлбиттә, реформа талаптары юғары, әммә улар заман имтиханын уңышлы үтә.
Предприятие үҙ мөмкин­лек­тәрен тулыраҡ файҙаланыу, финанс хәлен яҡшыртыу өсөн хеҙ­мәт­ләндереү даирәһен киңәйтә. Шәхси секторҙа ремонт эштәре баш­ҡа­рыу, транспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү, халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре сау­ҙа­һын ойоштороу иһә пред­приятиеға ла, халыҡҡа ла файҙалы.
Әгәр йәмғиәттең үткән юлына күҙ һалһаҡ, уны ойоштороу һәм киләсәген ышаныслы итеү өсөн беренсе директор Павел Корчагин, унан һуң Наил Сабитов, Дмитрий Васенин, Вячеслав Яценко ҙур көс һала. 2013 йылдан башлап “Жилсервис”ҡа Альбина Насирова етәкселек итә. Әгәр барлай китһәң, торлаҡ-коммуналь тармаҡта ир-егеттәр генә булдырырлыҡ йөктө күтәреүсе гүзәл заттар әллә ни күп түгел. Альбина Рафаил ҡыҙы – шуларҙың береһе. Ул эш өсөн янып йөрөй. Нәҡ уның тырышлығы һәм ойоштороу оҫталығы һөҙөмтәһендә предприятие ремонт-төҙөлөш, биҙәк­ләү эштәре буйынса килешеү төҙөүгә конкурстарҙа еңеп сыға. Был инде заказсыларҙың ышанысын аҡлау тигән һүҙ. Ком­мерцияға бәйле булмаған “Микротөҙөлөш департаменты” биргән таныҡлыҡ та – быға миҫал. Ул капиталь төҙөлөш объекттары именлегенә тәьҫир итмәгән төҙөлөш алып барыу хоҡуғын бирә. “Күп фатирлы иң яҡшы йорт” республика конкурстарында ла предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтә. Уңыштар иһә – ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс­ты үҙ иңенә алған тырыш коллективтың хеҙмәт емеше.






Вернуться назад