Салауат районында — яңы бүлексә22.12.2015
Был көндө бер нисә йыл көттөләр. Әлегә тиклем балалар, дөйөм поликлиникаға беркетелеп, өлкәндәр менән бергә дауалана ине. Медицина учреждениеларының күпселегендәге кеүек, өс ҡатлы бинала поликлиника ла, дауахана ла урынлашҡайны. Табиптар ике сменала терапевт та, педиатр ҙа булып эшләне. Һуңғы йылдарҙа Салауат районы сабыйҙар һаны буйынса республикала тәүге өс район иҫәбенә ингәс, кескәйҙәр өсөн айырым корпус асырға ҡарар иттеләр.

— Әле балаларҙы хеҙмәтләндереү структураһы, белгестәр айырым бинала урынлаштырылған, — ти Малаяҙ үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Татьяна Рябухина.
Киләсәктә дауаханала балалар стационарын киңәйтергә, яңы белгестәр йәлеп итергә ниәтләйҙәр.




Вернуться назад