Үҙебеҙҙә ҡыйыу юл ярайыҡ!22.12.2015
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең байтағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа белем алыуҙы хуп күрә. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында урындар, бүлектәр кәмей, ҡайһы бер филиалдар ҡыҫҡартылыуға дусар була. Педагогик йәмәғәтселек ошо проблеманы хәл итеү алымдарын эҙләү юлында.

Мәҫәлән, республиканың юғары уҡыу йорттарында йыл да “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Ләкин, ректорҙар фекеренсә, абитуриенттар өсөн был ғына аҙ, улар менән күҙгә-күҙ осрашыу кәрәк. Тап ошо маҡсатта БДУ-ның Сибай институтында төбәгебеҙҙең барлыҡ юғары уҡыу йорттары етәкселәре ойошторған сарала сығарылыш класс уҡыусылары, ата-әсә, уҡытыусылар, район хакимиәте вәкилдәре, эш биреүселәр ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо, буласаҡ абитуриенттарға ректорҙар менән айырым осрашыу өсөн майҙансыҡтар булдырылды.
Уҡыу йорттары етәкселәре йәштәргә киләсәккә ҡыйыу юл ярыу мөмкинлеге үҙебеҙҙә лә киң булыуын аңлатырға тырышты. Спорт өлкәһендә артабан да үҫергә теләйһең икән, һәр белем усағында секциялар эшләй, заманса залдар, бассейндар етерлек. Йыр-моңға, бейеүгә һәләтле булһаң, түңәрәктәргә рәхим ит. Ғилми-тикшеренеү эштәре менән әүҙем шөғөлләнергә мөмкин.
Осрашыуҙа республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарынан 700-ҙән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Улар һәр телмәрҙе ихлас тыңланы, төрлө һорау бирҙе. “Йөҙ тапҡыр ишеткәндән бер тапҡыр күреү яҡшы”, тиҙәр бит: ректорҙар менән яҡындан аралашыуҙың халыҡ өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булды. Сибай институты буйлап ойошторолған экскурсия, ундағы рух күтәренкелеге, таҙалыҡ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренә ҡуйылған барельефтар, һәйкәлдәр, бай музей ҙа һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫорат ҡалдырҙы.
– Уҡыу йорто тураһында ишеткәнем бар, әммә уның матди-техник хәле шул ҡәҙәр яҡшы икәнен белмәй инем. Барыһы ла оҡшаны, – тине, мәҫәлән, Баймаҡ районының 1-се Этҡол компьютер лицейынан Буранбай Аралбаев. Уның һүҙҙәренә дуҫы Рәфис Усманов та ҡушылып, бындай осрашыуҙарҙың бик кәрәкле булыуын билдәләне, ике яҡлы бәйләнештең артабан да дауам итеүен теләне.
Һәр уҡыу йортоноң етәкселеге диплом алып сыҡҡан студентын эшкә урынлаштырыу сараһын да күрә. Тимәк, һөнәрле лә, эшле лә булырға теләһәң, үҙебеҙҙекен һайла!






Вернуться назад