Милли мәнфәғәттәр юғары кимәлдә яҡланасаҡ22.12.2015
Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы булдырылды. Был турала ҡарар ҡабул итеү өсөн Мәскәүҙә үткәрелгән ойоштороу конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, башҡорт ижтимағи һәм милли ойошмалары, фән, мәҙәниәт өлкәләре вәкилдәре, сәйәсмәндәр ҡатнашты.

Билдәле бер этносҡа ҡараған һәм үҙенең тарихи төйәгенән ситтәге биләмәлә милли аҙсылыҡты тәшкил иткән Рәсәй граждандарының йәмәғәт берекмәһе өсөн төп маҡсат — мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу, туған телде, мәғарифты һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереү.
Конференцияла Федерация Советы ағзаһы, Рәсәй парламентының юғары палатаһындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Башҡорттарҙың федераль милли мәҙәни автономияһы Советы рәйесе итеп һайланды. Уның урынбаҫарҙары — БДУ-ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры Юлай Янбаев һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары милли-мәҙәни автономияһының башҡарма комитеты етәксеһе Морис Йосопов.
— Автономия төҙөү идеяһы юғарынан түгел, ә түбәндән килде. Бындай фекерҙе бик күп йәмәғәт ойошмалары хуплап сыҡты. Федераль милли-мәҙәни автономия — Рәсәй ҡануниәте менән көйләнгән берҙән-бер легитим орган. Телде, мәҙәниәтте үҫтереү менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн властың ярҙамы кәрәк саҡта автономияның иң ҡулай майҙансыҡ булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә байтаҡ мөһим мәсьәләләрҙе нәҡ йәмәғәт ойошмалары аша хәл итергә кәрәклеген әйткәйне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың фекеренсә, бындай берекмә Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
— Яңы милли-мәҙәни автономия Башҡортостандағы ойошмаларҙың Федераль үҙәк менән бәйләнешен әүҙемләштереүгә этәргес бирәсәк. Беҙҙе ер, белем менән бәйле байтаҡ мәсьәләләр борсой. Был хаҡта үҙәккә еткерергә кәрәк. Йәмәғәт ойошмаһы мәҙәни генә түгел, иҡтисади мәнфәғәттәрҙе лә яҡлаясаҡ. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлауға ғына түгел, республиканың иҡтисади йәһәттән сәскә атыуына ла булышлыҡ итергә тейеш, — тине ул.





Вернуться назад