Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған бәйгене Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән республиканың «Мин – патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһы уҙғарғайны.Мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар ғына түгел, теләгән һәр кем таныштыра алды үҙенең ғаиләһе тарихы менән.
Йомғаҡлау сараһында әйтеүҙәренсә, конкурста республиканың төрлө тарафтарынан 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Финалсылар араһында иң йәше Өфө ҡалаһынан Гөлшат Баййегетова булғандыр. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында белем алған ҡыҙыҡай бүләкләүгә өләсәһе, әсәһе һәм һеңлеһе менән килгәйне. Шәжәрәһенә ул Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында йәшәгән туған-тыумасаһын индергән. 24 быуынға тиклем һанап сыҡҡан нәҫелен. Олаталарының береһе Хәлис Зәйнәғәбетдин улы – Сураҡ батыр тоҡомонан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Гөлшат шулай уҡ туғандары араһында Таулыҡай ауылына нигеҙ һалыусылар булыуы менән ғорурлана.
Конкурста Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһынан да байтаҡ уҡыусы ҡатнашҡан. Тантанаға уларҙың 12-һен саҡырғандар. Әлиә Батраева менән Илүзә Мөхәмәтдинованың эштәре баһалама ағзаларын төплө булыуы менән һоҡландырған. Әлиә, әйткәндәй, шәжәрәһен ҡобайыр рәүешендә яҙған.
– Һәр ғаиләнең ил тарихында үҙ эҙе бар. Был айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡағыла. Уның шауҡымы теймәгән кеше юҡтыр илебеҙҙә. Сарала ете йәшлек балаларҙан алып етмеш йәшлек ололарға тиклем йөҙҙәрсә кешенең ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Эштәрҙе баһалауға этнографтар, тарихсылар, фольклорсылар йәлеп ителде, – тине “Мин – патриот” ойошмаһы етәксеһе Руслан Зарипов.
Сарала Мәскәү ҡунаҡтары ла булды. Уларҙың береһе “Президент В.В. Путиндың нәҫеле” китабы авторы Александр Путин ине.
– Мин мәктәптә уҡыған саҡта атайым вафат булды. Был юғалтыу күңелемә ифрат ауыр тәьҫир итте. Туғандарыма нығыраҡ тартыла башланым. Беҙҙең тоҡом ир-аттары, белеүемсә, үҙ заманының данлыҡлы эшҡыуарҙары булған. IX – XX быуаттарҙа тағун инфекцияһынан уларҙың балалары бер-бер артлы үлеп торған. Алексей исемлеһе генә иҫән ҡалған. Әгәр сир уны ла аямаһа, бөгөн Рәсәйҙең һәм, ғөмүмән, донъяның тарихы бөтөнләй икенсе төрлө яҙылыр ине, – тип һөйләне Александр Михайлович. Әйткәндәй, интернет-конкурста еңеүселәр бүләккә уның китабын алып ҡыуанды.
Өлкәндәрҙән Петр Петров сарала ҡатнашыусыларға нәҫел ағасын һүрәтләүҙе нимәнән башларға кәрәк икәнен аңлатты. Уның бай тәжрибәһе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки Петр Иванович үҙ шәжәрәһен 66 меңдән ашыу кешенең исемен индереп төҙөгән.
Еңеүселәрҙең эштәре айырым китап булып баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ «Мин – патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһының сайтында урын аласаҡ.
Еңеүселәргә – махсус бүләктәр, ә уларҙың иң әүҙемдәренә донъяла танылыу яулаған шәхестәрҙең шәжәрәһе тураһында китаптар тапшырылды.