Ҡараңғылыҡты телгән нур22.12.2015
Ҡараңғылыҡты телгән нур Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ яңырыу осоро кисерә тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Донъяның төрлө тарафтарында сәйәси болғаныштар, сыуалыш һәм алыштар барған ҡатмарлы заманда илебеҙ етәкселегенең рухиәткә иғтибарҙы арттырыуының һөҙөмтәһе был. Халҡыбыҙ бер-бер артлы Мәҙәниәт, Әҙәбиәт йылдарын үткәрҙе, киләһе йыл иһә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Кино йылы тип иғлан ителде.

Йәшәйешебеҙ бизмәненең матдилыҡ яғы көндән-көн ауырыраҡ тарта бара. Ҡайһы саҡта фәҡәт шул касаны тултырыу менән генә шөғөлләнәбеҙ һымаҡ. Тегенеһе кәрәк, быныһы кәрәк — матди “кәрәк”тәр тулған йөрәктәрҙә әхлаҡ, әҙәп юғала, кешенең мәҙәни сифаттары, рухиәте һайыға. Ә бит милли асылыбыҙ, булмышыбыҙ тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙҙың тамырҙарына барып тоташа. Ғөмүмән, беҙ бөгөн ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирергә, үҫтерергә тейешбеҙ? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ике төп мәсьәләгә айырым иғтибар йүнәлтте: тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм мәҙәни мөхитте үҫтереү. Ҡыуанысҡа күрә, мәҙәниәткә иғтибар арта, байтаҡ коллективҡа үҫеш өсөн гранттар бүленә.
Кино йылы ла кешеләр күңеленә яҡты нур бөркөр, сәнғәттең ошо мөһим тармағын үҫтереүгә нигеҙ һалыр, тип өмөтләнәбеҙ. Әлбиттә, һуңғы осорҙа башҡорт кино сәнғәтендә үҙенсәлекле милли фильмдар барлыҡҡа килде, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҡып ҡайтҡан йәш режиссерҙар ҙур маҡсаттар менән янып йәшәй. Уларҙың ҡайһылары кино сәнғәтендә үҙ тауышын ишеттереп тә өлгөрҙө, эштәре төрлө фестивалдәрҙә юғары баһаланды. Башҡортостан Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы һуңғы йылдарҙа киноға иғтибарҙы арттыра. “Башҡортостан” киностудияһының үҙ биналарын, төшөрөү павильондарын булдырыу, фильмдарға гранттар юллау, бик матур итеп халыҡ-ара фестиваль үткәреү – дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһе. Тимәк, сәнғәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө.
Шулай итеп, тиҙҙән Ер шарына Яңы йыл аяҡ баҫа. Рәсәйҙә ул ҡараңғылыҡты телгән нур булып кешеләр күңелен яҡтыртһын!




Вернуться назад