Әхмәт Ҡотошов – 36 йыл ғүмерен башҡорт совет матбуғатын үҫтереүгә арнаған журналист. Ул –марксизм классиктары хеҙмәттәренең иң оҫта тәржемәсеһе, башҡорт әҙәби телен камиллаштырыуға, уны билдәле бер дәрәжәлә тәртипкә һалыуға ҙур өлөш индереүсе лә. Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ишембай районының Ҡарайған ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Октябрь революцияһына тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙрәсәһендә бары өс йыл ғына уҡый алыу бәхетенә өлгәшә.
Махсус белеме булмауға ҡарамаҫтан, 1920 йылдарҙа башҡорт халҡына танһыҡ журналист һөнәрен үҙләштерә. Заманында матбуғатты ойоштороу, техник яҡтан тәьмин итеү, шрифттар табыу кеүек мәшәҡәттәр күп була. Әхмәт Ҡотошов башҡа эшмәкәрҙәр менән бер рәттән милли журналистиканы аяҡҡа баҫтырыу, башҡорт әҙәби телен формалаштырыу менән шөғөлләнә.
Йәштәр бәхетенән ул йылдарҙа гәзит, журнал мөхәрририәтендә, китап нәшриәтендә бар яҡтан да абруйлы, ҙур тәжрибә туплаған өлкән быуын вәкилдәре Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Төхвәт Йәнәби, Ғөбәй Дәүләтшин, Имай Насыри, Булат Ишемғол һәм башҡалар эшләй, улар кәңәш бирә, өлгө күрһәтә.
“Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре сифатында журналистикаға ылығып, Әхмәт Ҡотошов артабан ошо йүнәлештә етәксе вазифаларҙы башҡара. “Башҡортостан”да эшләгән йылдарын һәр саҡ оло хөрмәт менән хәтерләй ине ул.
– Күңелемә оҡшаған эште ошо гәзиттә башланым. Бында журналистика нескәлектәренә төшөндөм. Тәүҙә эшсе хәбәрселәр менән эшләү буйынса бүлек мөдире, яуаплы секретарь булдым. Типографиялағылар менән даими аралаша торғайным, ысын оҫта булыу теләге уянды… – тине ул.
Республикала йәш журналистарҙы үҫтереүҙә Әхмәт Ҡотошовтың тырышлығын, эшкә яуаплы ҡарауын белеп, ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты 1930 йылда уны Мәскәү ҡалаһына коммунистик журналистика институтына уҡырға ебәрә.
Быға тиклем мәҙрәсәлә генә уҡыған кешегә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңергә тура килеүен күҙ алдына килтереп булалыр. Ун йыллыҡ белеме булған кешеләр кимәленә етергә, шулай уҡ юғары уҡыу йорто материалдарын да үҙләштерергә тура килә уға. Нисек кенә ауыр булмаһын, Әхмәт Шаһиәхмәт улы абруйлы профессорҙар, уҡытыусылар биргән белемде үҙләштерә.
Коммунистик журналистика институтын уңышлы тамамлағандан һуң, ул ВКП(б) Үҙәк комитеты аппаратында эшкә ҡалдырыла. Мәскәүҙә оҙаҡ эшләргә тура килмәй – 1933 йылдың октябрендә Свердловск ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан “Урал большевигы” гәзитен ойошторорға йүнәлтелә. Һуңынан ВКП(б)-ның Силәбе Өлкә комитетына ебәрелә, унда ла башҡорт телендәге гәзиткә етәкселек итә. Тыуған яғын ныҡ һағынған Әхмәт Ҡотошов “Башҡортостан”ға ҡайтып, унда яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларында эшләй.
1939 йылда ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире итеп тәғәйенләнә. Халыҡ өсөн әҙәбиәткә, бигерәк тә сәйәси әҙәбиәт баҫтырыуға дәүләттең иғтибары ҙур була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сәйәси әҙәбиәтте баҫтырыу идеология эшенең мөһим участкаһы иҫәпләнә. Әхмәт Ҡотошов марксизм-ленинизм классиктары хеҙмәттәрен тәржемә итеү буйынса мөхәрририәт мөдире вазифаһына күсә.
Бында ул К. Маркстың, Ф. Энгельстың, В. Лениндың хеҙмәттәрен тәржемә итеүгә ҙур өлөш индерә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, уҙған быуындарҙың художестволы әҙәбиәтенә ихтыяж артҡас, Әхмәт Ҡотошов донъя, рус һәм совет классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу менән шөғөлләнә һәм баҫтырып сығара. Халҡыбыҙҙың патриотик үткәнен художестволы һүҙ аша күрһәткән ошо китаптар Совет Армияһы яугирҙәрен Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөйөк батырлыҡтарға рухландыра.
Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире булараҡ, Ҡотошов Башҡортостандың өлкән быуын яҙыусыларына һәм күп кенә танылған шағирҙарына (Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Ҡадир Даян, Сәләх Кулибай, Сәғит Агиш, Хәсән Мөхтәр һәм башҡалар) әҫәрҙәренең сифатын һәм йөкмәткеһен яҡшыртыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Әхмәт Шаһиәхмәт улы башҡорт әҙәби телен формалаштырыу, тәртипкә килтереү эшенә тос өлөш индерә. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Н. Дмитриев етәкселегендә рус-башҡорт һүҙлеген төҙөүҙә туранан-тура һәм әүҙем ҡатнаша. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы эргәһендәге терминология комиссияһы һәм Республика орфография комиссияһы ағзаһы булараҡ, Әхмәт Ҡотошов хәҙерге башҡорт әҙәби теле ижтимағи-сәйәси терминологияһын һәм яңы орфографияһын төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Башҡорт мәктәптәре өсөн ҡайһы бер уҡыу китаптарын баҫтырыуҙа булыша. Бөгөн дә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшергәндә Әхмәт Шаһиәхмәт улының кәңәштәре, ғәмәли ярҙамы урынлы булыр ине.
Билдәле шәхестең кешелек сифаттары хәҙерге быуын журналистары өсөн, тотош халыҡ өсөн өлгө булырлыҡ. Ул баҫалҡы, яғымлы, ярҙамсыл ине, ҙур абруй менән файҙаланды. Коллегаларына ярҙам итеүҙән баш тартманы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Иптәштәренә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтте. Журналист һәм тәржемә кадрҙарын әҙерләүҙә лә даими ҡатнашты.
Әхмәт Шаһиәхмәт улының тағы ла бер сифатын – башҡорт халыҡ йырҙарын яратыуын, уларҙы оҫта итеп башҡарыуын билдәләмәй булмай. Һуғышҡа тиклем уның йыр-моңо радио аша ла йыш яңғыраны. Тыуған ауылы Ҡарайғанға ла һәр саҡ ҡайтты, халҡын, ерен ихлас яратты. Фанилыҡ менән хушлашҡанда ла ошо ауылда ине ул.
Башҡорт милли мәҙәниәтен, телен үҫтереүгә күп көс һалған өлкән журналист, оҫта тәржемәсе Әхмәт Ҡотошов республика йәмәғәтселеге тарафынан иҫкә алынырға, исемен мәңгеләштереүгә лайыҡ. Шәхестең мәшһүр эштәре әле лә башҡаларҙы ижадҡа рухландыра.
Рамазан ҠОТОШОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар
союзы ағзаһы.