Һәр кем бәхетле булырға ынтыла, уны үҙенсә таба. Баҡһаң, сере лә ябай – һөйгәнең менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү. Быға өҫтәп яратҡан эшең дә булһа, бәхетең тулы тигән һүҙ. Тормоштоң асылы шунда. Тик ҡайһы берәүҙәр бөгөн ул төшөнсәне башҡа төрлөрәк күреп, карьера, аҡса артынан ҡыуа, яңғыҙлыҡтан ҡәнәғәтлек таба. Ғаилә йәмғиәттең нигеҙе, ҡиммәте булыуҙан да туҡтай бара түгелме?Ысынында нимә һуң ул бәхет? Ғүмерлек була аламы, әллә миҙгелдәрҙән генә торамы? Салауат башҡорт дәүләт драма театрының яңы спектаклендә ошо һорауҙарға яуап эҙләнә. “Гөлкәйҙең бәхете” музыкаль мелодрамаһы шуның менән дә 2015 йылғы театр йылъяҙмаһында үҙенсәлекле сәхнә күренеше булып ҡалыр. Ул кешеләрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткәндәй, уйға һала, фәһем бирә, бөгөнгөнөң сетерекле проблемалары хаҡында һүҙ йөрөтөргә этәрә. Пьесала һәр герой бәхетен үҙенсә күреп, үҙенсә тормош ҡора.
Ғөмүмән, театрҙа актерҙарҙың уйыны менән кисерештәргә бирелеп, берсә ҡайғыраһың, берсә шатланаһың. Күңел иһә ял итә, үҙең арыуҙарҙан арынаһың, рухи яҡтан таҙараһың...