Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, йәштәр сәйәсәтенә арналған Хөкүмәт ултырышында һәр ҡала һәм районда Йәштәр йорто асыу кәрәклеген билдәләп, уны булдырыу мөмкинлектәрен эҙләргә ҡушҡайны. Республикала беренселәрҙән булып шундай йорт Асҡар ауылында асылды: элекке Малик Яҡшембәтов исемендәге кинотеатр бинаһы йәштәр ҡарамағына тапшырылды. Район етәкселеге ярҙамында унда ремонт эштәре башҡарылды, яңы заманса йыһаз һатып алынды. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәш техниктар станцияһы ла урынлашты.Ҡайҙа ла йәштәр йәштәр инде: ғәмле-сәмлеләр. Былай ҙа ҡайнап торған дәрт-дармандарын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асылды. Улар “ҡыйыҡлы” булғас, бығаса күңелдәрендә йөрөткән уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға тотондо. Иң мөһиме — йәштәрҙе бергә туплай, осраштыра, пландары менән уртаҡлашып, кәңәшләшә торған урын булды. Уларҙың иң әүҙемдәрен йыйып, урындарҙа саралар ойоштороу, йәштәр ҡоролтайының эшмәкәрлеген йәнләндереү, борсоған төрлө проблемаларҙы уртаға һалып, белгестәр ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу, халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәрен, йолаларын тергеҙеү ниәтендә төрлө түңәрәктәр асыу юлдарын эҙләй әбйәлилдәр. Шулай уҡ дискотекалар, ял һәм мәҙәни саралар ҙа үткәреү ҡаралған.
Бөгөн йәштәрҙең күбеһе сәләмәт тормошто үҙ итә, айыҡ йәшәргә тырыша. Уларҙың был аҙымы хуплауға ғына лайыҡ.