Сәләмәтлекте хәстәрләп19.12.2015
Сәләмәтлекте хәстәрләп Кешенең донъяла бер нәмәгә лә алмаштырғыһыҙ байлығы ул һаулыҡ. Тик һау-сәләмәт кеше генә тормошта рәхәтләнеп йәшәй, эшләй, йәмғиәтебеҙгә ҙур файҙа килтерә, матур ғаилә ҡора һәм һау-сәләмәт балалар үҫтерә. Был йәһәттән республика Хөкүмәтенең дә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүлеүе юҡҡа түгел. Бер кемгә лә сер түгел: һуңғы йылдарҙа район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа дауахана үҙәктәренең хәле мөшкөлләнә төштө, бәғзеләре ябылды. Икенселәренең хатта көндәлек кәрәк дарыуҙарҙың булмауы, биналарға ремонттың йылдар дауамында эшләнмәүе ауыл фельдшерҙарының зарына әйләнде.

Был тәңгәлдә район халҡының хәле башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Һуңғы йылдарҙа Әлмөхәмәт һәм Гусев ауылы халҡы федераль ҡаҙна иҫәбенә заман талаптарына яуап биргән өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуына һөйөнһә, быйыл бындай шатлыҡты Әбделмәмбәт менән Хәмит ауылдарында йәшәгәндәр кисерәсәк.
Бынан ҡырҡ йыл элек файҙаланыуға тапшырылған Әбдел­мәмбәт медпункты халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеүен-итә, әлбиттә. Әммә ҡыйыҡтан һыу үтеүе, тәҙрәләрҙән елдең бер туҡтамай өрөп тороуы, бинаға бер ваҡытта ла капиталь ремонт үткәрелмәүе иң борсоған проблемаларҙың береһенә әүерелгәйне. Ниһайәт, ауыл халҡының аһ-зарына ҡолаҡ һалыусы табылды: ауылға яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү эштәре башланды. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан яҡынса биш миллион һум аҡса бүленгән. Бөгөн бында төҙөлөш йылдам бара. Төҙөүселәр тиҙ арала бинаның тышҡы эштәрен тамамлап, эске биҙәүгә, тигеҙләүгә тотонмаҡсылар. Бина ҡарауылсыһы Рәшит Әбделғәзин әйтеүенсә, төҙөүселәр үҙ ваҡыты менән иҫәпләш­мәйенсә, тырышып эшләй. Төҙөлөш материалдары менән өҙөклөк юҡ, объект билдәләнгән ваҡытҡа файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Оҙаҡ йылдар ауыл фельдшеры булып эшләгән Фирүзә Сөләймәнованың да кәйефе күтәренке, сөнки йылдан-йыл ауыл үҫә, йәш ғаиләләр һаны арта, сабыйҙар тыуа. Уларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға, медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, һис шикһеҙ, заманса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ өлөшөн индерәсәк.


Вернуться назад