Мөғжизәләр иле, күлдәр иле19.12.2015
Мөғжизәләр иле, күлдәр иле Хозур тәбиғәте, мул һыулы 33 күле, Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, дауалау ҡеүәте бар илде таң ҡалдырған “Яҡтыкүл” шифаханаһы, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып асыҡ һауала урынлашҡан динопарк — барыһы ла райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Шулай уҡ район аша Сибай – Өфө тимер юлының үтеүе, аэропорт урынлашыуы, Магнитогорск ҡалаһының яҡынлығы ла әбйәлилдәр өсөн бик отошло. Төбәк халҡы етеш йәшәй, күпләп мал тота, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Һәр ваҡыттағыса уларҙың ҡаҙаныштары ла, оло еңеүҙәре лә етерлек. Әйткәндәй, быйыл райондың ойошторолоуына 85 йыл тулды, уны лайыҡлы ҡаршылап, тантаналы шарттарҙа билдәләнеләр. Йыл аҙағында үткән осорға йомғаҡ яһап, ҡаҙаныштарҙы асыҡлау, киләһе йылға яңы уй-ниәттәр билдәләү йолаһы бар. Ошо традицияға тоғро ҡалып, район хакимиәте башлығы Рим СЫҢҒЫҘОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Рим Һатыбал улы, йәнә бер йыл тамамланыу алдында. Ҡуй йылы район халҡы өсөн уңышлы булдымы?
– Әлбиттә. Ниһайәт, нисәмә йыл ҡоролоҡтан һуң, ауыл хужалығы эшсәндәре мул уңыш йыйып алды. Игендең тулайым йыйымы — 93 мең тонна, гектар ҡеүәте уртаса 19,3 центнер тәшкил итте. Мал аҙығы ла етерлек тупланды, шартлы һәр баш малға ҡарата, иген фуражын иҫәпкә алмағанда, 28,6 центнер аҙыҡ берәмеге һалынды. Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продук­цияһын етештереүҙә иң юғары күрһәткескә өлгәшкән биш районға республика Хөкүмәтенең дипломдарын тапшырҙы. Шуныһы ҡыуа­ныс­лы: улар араһында Әбйәлил дә бар.
Федераль һәм республика маҡ­сатлы программалары фермерлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫте­реүгә этәргес көс бирә. Бөгөн районда 1 мең 112 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, 648 шәхси хужалыҡ, 102 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Райондың агросә­нәғәт комплексы лидеры – “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Раил Фәхрис­ламов) йылдан-йыл яңы инновацион технологияларҙы ҡулланып, мул уңыш алыуға өлгәшә. Шулай уҡ “Башаҡ” (Мәжит Шәғәлиев), “Аграрий” (Наил Әхтәмов), “Күсем” (Әхәт Мортазин) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре уңышлы эшләй. Район аграрийҙары тарафынан киләһе уңышҡа тулыһынса нигеҙ һалынды, барлығы 10,5 мең тонна орлоҡ тупланды. “500 ферма” республика программаһына ярашлы, “Красная Башкирия” хужалығын­дағы ферма яңынан үҙгәртеп ҡо­рол­до, ҡара-сыбар тоҡомло 300 баш һыйыр малы һатып алынды. Шулай уҡ һөт етештереү буйынса Ф. Солтанова исемендәге Озерный фермаһын да ыңғай яҡтан телгә алыу кәрәк.
Быйыл әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе – район биләмәһендә XVIII Ҡышҡы Сурдлимпия уйындарының “Металлург – Магнитогорск” тау-саңғы үҙәгендә үтеүе булғандыр. Халыҡ-ара сараға 19 илдән 60 спорт­сы килде. Улар өсөн башҡорт­тарҙың көнкүрешен сағылдырған Башҡорт йортон әбйәлилдәр бик теләп әҙерләне, төрлө илдән килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың милли аштарынан ауыҙ итте, боронғо кәсеп-шөғөлдәре менән танышты, ҡул эштәренә хайран ҡалды.
Ысынлап та, быйылғы йыл беҙ­ҙең район өсөн иҫтәлекле ваҡиға­ларға бай булды. 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгән тыуған төйәгебеҙ бөгөн үҫеш юлында, тип әйтергә була. Әҙәбиәт йылы һәм юбилей айҡанлы тотош райондың тарихын туплаған “Әбйәлил энциклопе­дия­һы” — иң мәртәбәле бүләктәрҙең береһе. Был уникаль фәнни-популяр баҫмала районыбыҙҙың тормошон сағылдырған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән.
– Районда төҙөлөш тармағы йылдам үҫешә. Төрлө объекттар файҙаланыуға тапшырыла, юлдар һалына, күперҙәр төҙөлә, газ үткәрелә...
– Иң мөһиме – бөгөн “һаҡаллы” төҙөлөшкә әйләнгән объекттар юҡ, социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыла. Красная Башкирия ауылындағы күп фатирлы 19 йортто айырым газ ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙна­һы­нан 60 миллион һум аҡса бүленде. “Башкоммунприбор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тарафынан һәр йортҡа айырым ҡаҙанлыҡ ҡуйылды, йылытыу торбалары алмаштырылды.
“Газпром” йәмғиәте программа­һында ҡатнашып, районыбыҙ еңеп сыҡты. Һөҙөмтәлә Яйҡар һәм Рәхмәт ауылы халҡының йорттарына 100 миллион һумлыҡ “зәңгәр ут” торбалары тоташтырылды. Ике ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асасаҡ. Асҡарҙа 24 фатирлыҡ социаль йорт фай­ҙа­ланыуға тапшырылды. Туғыҙ ауылда күперҙәр төҙөлдө, район үҙәгендә урамдарға асфальт түшәлде. Рәх­мәт, Гусев, Дәүләт, Бикҡол, Тал Ҡусҡары ауылдарында иман йорттары сафҡа инде. Һуңғы ике йылда мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары өсөн 650 урын булдырылды, бөгөн районда балалар баҡсаһына сират юҡ. “Таҙа һыу” федераль маҡсатлы программа­һында ҡатнашып, Әлмөхәмәт, Сиҙәм, Озерный ауылдарына һыу торбалары һуҙылһа, Йәнгел, МТС, Красная Башкирия ауылдарында һыу селтәрҙәре яңыртылды.
– Район халҡы урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу программаһына, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эш­тәр” проектына ла әүҙем ҡушы­лып, байтаҡ эш башҡарып өлгөргән икән.
– Ысынлап та, был программалар бик урынлы, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн файҙалы һәм кәрәкле. Шуларҙың бер нисәһенә генә туҡталып үткәндә, Бикҡол ауылы клубының, Таһир Күсимов исемендәге гимназияның тәҙрәләре алмаштырылды, Ҡырҙас ауыл клубының иҙәне яңынан түшәлде, Амангилделә Йәштәр урамына газ үтте һәм башҡалар.
– Әбйәлил – ситтән инвес­торҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы төбәктәрҙең береһе. Был тәңгәлдә эштәр нисек бара?
– Әлбиттә, райондың иҡтисадын үҫтереү һәм халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, уларға эш урындары булдырыу өсөн инвесторҙар кәрәк. Был йәһәттән төрлө эш башҡарыла. Сибайҙа үткән “Урал аръяғы” инвестиция форумында үҙебеҙҙең инвестмайҙансыҡтарҙы, мөмкинлек­тәр­ҙе күрһәтәбеҙ, төрлө күргәҙмә­ләрҙә ҡатнашабыҙ. “Асҡар металл конструкциялары” заводы асылып, профнастил бөгә башланылар. “Колибри” тегеү цехы, шлаклы блок етештергән “Информтехника”, күмер етештергән “Әбйәлил урманы”, “Артезиан һыуы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәре халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырып ҡына ҡалманы, ә ниндәйҙер кимәлдә райондың ҡаҙнаһын тулыланды­рыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
– Башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә, Әбйәлил ауыл­дарының матурлығы, төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Бының сере нимәлә?
– Әбйәлилдә тырыш, уңған халыҡ йәшәй, улар дәртле лә, сәмле лә, тигәндәй. Бөгөн берәү машина һа­тып алһа, иртәгәһенә уның күршеһе тағы ла яҡшырағын алып ҡайта. Күптәр “ауылда эш юҡ” тип илап ултыра, ә беҙҙекеләргә был күренеш хас түгел. Улар йүнсел, юҡты бар итергә тырышыусан, иң мөһиме, аҡса эшләргә ынтыла. Мал тиҙәген дә, үҫтергән картуфын да, йәшелсә-емешен дә, еләк-бәшмәген дә йыйып, һатыуға алып сыға. Үҙҙәре әйтмешләй, “город”тың (әбйәлил­дәр Магнитогорск ҡала­һын “город” тип йөрөтә. – Авт.) яҡын булыуы ла улар өсөн бик уңайлы. Йыл һайын тиҫтәләрсә ауылда “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!”, “Урам көнө” байрамдары үтә. Был сара­ларҙы район халҡы көтөп ала, йорт-ҡап­ҡаһын буяп, тирә-яғын төҙөклән­дереп, ҡурсаҡтай биҙәп әҙерләнә. Шуға күрә райондың йөҙөн билдә­ләгән ауылдар төҙөк һәм матур. Әйт­кәндәй, күптән түгел районыбыҙ өсөн йәнә һөйөнөслө яңылыҡ алдыҡ. Асҡар “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” исеменә лайыҡ булды.
– Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылына йомғаҡ яһар мәл етте. Һеҙҙең быға ҡарата фекерегеҙ...
– Беҙҙең район халҡы бай мәҙә­ниәте, арҙаҡлы шәхестәре, талантлы яҙыусылары менән дан тота. Күренекле әҙәбиәт белгесе Ким Әхмәтйәнов, танылған яҙыусы Рамазан Өмөтбаев һәм драматург, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләтте үҫтергән Әлмөхәмәт ауылында Әҙәбиәт музейының булыуы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Әсхәл Әхмәтҡужин, Гөлшат Әхмәтҡужина, Айһылыу Йәғәфәрова, Иҙрис Ноғо­манов, Зөлфирә Ҡарағужина һәм Фәнүзә Биктимероваларҙың ошонда йәшәүе һәм ижад итеүе районда әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн оло табыш икәнлеген аңлатыу кәрәкмәйҙер. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә яҙыусы­лар менән осрашыуҙар, төрлө кисәләр үтте. Бөгөн халыҡ китап уҡымай, тип әйтеп булмай. Яҡшы, тормошсан әҫәрҙе барыбер уҡый, ярата. Мин үҙем дә буш ваҡытта ҡулыма китап алам.
– Яңы йыл байрамы яҡын­лаша. Республика һәм район халҡына ниндәй теләк еткерер инегеҙ?
– Яңы йыл һәр беребеҙгә шат­лыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен, тормошобоҙ имен, илебеҙ тыныс, күңелебеҙ күтәренке булһын! Маймыл йылында “маймылланмайынса” йәшәргә яҙһын, ҡот һәм ырыҫ артһын!


Вернуться назад