Заман менән бергә атлай “Заман”19.12.2015
Италияның Удинэ ҡалаһында уҙған “Suns Europe – 2015” халыҡ-ара йыр конкурсында Башҡортостандан “Zaman” этно-проекты II урын яуланы.

Бәйгенең тәүге өлөшөндә 30 коллектив үҙ йөҙөн күрһәтһә, туғыҙы ғына финалға үтә. Европа тамашасыһы улар араһынан “Заман” ансамблен юғары баһалай. Конкурс талаптары буйынса бер генә еңеүсе ҡаралһа ла, баһалама ағзалары һәм ойоштороу комитеты Башҡортостан коллективын айырым билдәләргә тигән ҡарарға килеп, контракт тәҡдим итә. “Заман” этно-проекты Европалағы йәнә бер фестивалдә ҡатнашасаҡ әле.



Вернуться назад