Туймазы һәләттәргә бай19.12.2015
Санкт-Петербургта “Балаларға тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү селтәренең үҫеш перспективалары” II Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙғарылды.

Конференция барышында “Балаларға өҫтәмә белем биреүсе иң яҡшы учреждение-2015” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттарын тәбрикләнеләр. Туймазы ҡалаһының балалар художество мәктәбе “Иң яҡшы художество мәктәбе” номинацияһында лау­реат дипломына һәм кубокка лайыҡ булды. Мәктәп директоры Рима Мөфтәхова иһә, яҡшы етәксе булараҡ, иҫтәлекле билдә менән бүләкләнде.
Әле Туймазылағы мәктәптә 260 бала уҡый. Уҡыусылар йыл һайын төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә лауреат һәм дипломант була.



Вернуться назад