Йәшермәү хәйерле19.12.2015
Киләһе йылдан башлап Рәсәйҙә урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттары үҙҙәренең, хәләл ефетенең, бәлиғ булмаған балаларының килеме, сығымы, мөлкәте һәм милек рәүешендәге йөкләмәләре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.
Был бурысты үтәмәгән өсөн депутат вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙары ихтимал. Муниципаль депутаттар өсөн килемде һәм сығымды декларациялау йөкләмәһе “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон менән ғәмәлгә индерелде. Әлегә тиклем бындай белешмәне даими нигеҙҙә эшләгән урындағы үҙидара органдары депутаттары ғына тултыра ине.
Башҡортостанда 895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 54 муниципаль район, туғыҙ ҡала округы, 14 ҡала һәм 818 ауыл биләмәһе бар. Ҡала округы һәм муниципаль район Советтарында депутат мандаттары – 1 118, ҡала һәм ауыл Советтарында – 8 010 берәмек. Әлеге яңылыҡ муниципаль кимәлдәге туғыҙ меңдән ашыу депутатҡа ҡағыласаҡ.
Федераль закон шулай уҡ район, ҡала хакимиәте, ауыл Советтары башлыҡтарына, Советта етәксе вазифаһын биләгән депутаттарға сит илдәге банктарҙа иҫәп (вклад) асыуҙы, уларҙа ҡулаҡса һәм ҡиммәттәр һаҡлауҙы тыя.