Һалым үҙебеҙгә әйләнеп ҡайта19.12.2015
Башҡортостан социаль һалым керемен иң күп йыйған тәүге дүрт төбәк иҫәбенә инде. Рәсәй Хөкүмәте ултырышында ошондай мәғлүмәт яңғыраны.

Илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин әйтеүенсә, йыл башынан алып Башҡортостанда, Татарстанда, Ставрополь крайында һәм Белгород өлкәһендә физик берәмектәрҙең килеменә һалынған һалымды, Пенсия һәм Социаль страховка, шулай уҡ Мотлаҡ медицина страховкаһы фондтарына тейешле иғәнәләрҙе йыйыу йәһәтенән дә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был һалымдар һәм йыйымдар кешенең эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Тимәк, үрҙә әйтелгән төбәк халҡының хеҙмәт хаҡы ла арта, “күләгәләге иҡтисадҡа” китмәй.
Эксперт-иҡтисадсы Константин Кузьминых билдәләүенсә, республикабыҙға социаль һалым кереме артҡан дүрт төбәк иҫәбенә инергә өс күрһәткес булышлыҡ иткән. Беренсенән, Башҡортостан социаль өлкәләге бюджет түләүҙәренең 80 процентын тиерлек үҙ иңенә алған. Икенсенән, “Башнефть” йәмғиә­тенән төбәк ҡаҙнаһына йүнәлтелгән 5,15 миллиард һумлыҡ дивиденд социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдары”н үтәү маҡсатында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән. Өсөнсөнән, республиканың Финанс министрлығы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡорт­остан идаралығы, башҡа компетентлы органдар предприятие­ларҙың һәм һалым түләүселәрҙең финанс тәртибен яҡшыртыуға күп көс һала.





Вернуться назад