Төнө буйы буран ҡоторҙо, юлдарҙы ҡапланы. Ә йорттарыбыҙҙа йылы, яҡты. Таң менән урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар... Һәр кем теләгән еренә ваҡытында барып етә. Тормошобоҙҙоң уңайлығы өсөн торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре йылдың бар миҙгелендә лә ҙур көс һала. Шуға ла был тармаҡ һәр ваҡыт заман менән алға барыуҙы талап иткән етди өлкәләрҙең береһе булып ҡала. Өфөлә үткән “ТКХ үҙгәрә” Бөтә Рәсәй йомғаҡлау форумында мөһим мәсьәләләр ҡаралды, киләсәккә пландар билдәләнде.Һүҙ алып, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары, баш торлаҡ дәүләт инспекторы Андрей Чибис көн ҡаҙағындағы мәсьәләләргә туҡталды. Мәҫәлән, торлаҡты капиталь ремонтлау проблемаһы.
– 25 йыл буйы йорттарҙы төҙөкләндереү менән берәү ҙә шөғөлләнмәне, – тип һүҙен башланы Мәскәү ҡунағы. – Артабан былай йәшәү мөмкин түгел. Әммә ҡайһы бер сәйәсмәндәр үҙҙәренә өҫтөнлөк алыу маҡсатында мәсьәләне ҡабартырға теләй. Ә бит матур йәшәйек тиһәк, йорттар ҡаралырға тейеш.
Программа эшләй башлағанда фатир хужаларының ни бары 10 проценты ғына аҡсаһын махсус иҫәптә йыйырға ризалашһа, һуңғы ваҡытта күпселек халыҡ ошо алымдың ҡулайлы булыуын аңлаған. 2020 йылға күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең яртыһы йорттарын йүнәтеү хәстәрен күрергә тейеш. Быйыл 11 айҙа капиталь ремонтҡа 83 миллиард һум аҡса йыйылған. Чибис шулай уҡ йыл аҙағына майҙаны 80 миллион квадрат метр тәшкил иткән 20 мең күп ҡатлы йортҡа ремонт эшләнеп бөтәсәген белдерҙе.
Хәлле йәшәгәндәрҙең дә түләргә ашыҡмауы ҙур хафаға һала. Әлеге көнгә 200 миллиард һум йыйылмаған бурыс бар. Киләсәктә был юҫыҡта етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, аҡса идарасы компанияларҙа “аҙашып ҡалмаһын” өсөн ҡулланыусылар менән хеҙмәт күрһәткән компаниялар араһында туранан-тура килешеү буйынса закон ҡабул ителеүе көтөлә. Тимәк, 2016 йыл аҙағына бындай проблемалар булмаясаҡ. Йыйында йәнә иҫке йорттарҙа йәшәгәндәрҙе яңыларына күсереү, дөйөм йорт ихтыяждарына үҙгәреш индереү хаҡында ла һүҙ булды.
Яңы йыл башланыуға иҫәпле генә көндәр ҡалды. Күптәрҙе киләсәктә йәнә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең күтәрелеүе хәүефләндерә. Был йәһәттән Андрей Чибис, хаҡтар ҡырҡа артмаясаҡ, тип өмөтләндерҙе.
Сарала “Ремондис” компанияһы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ике көн буйы барған йыйында илдең 80 төбәгенән 500 самаһы делегат, эксперттар ҡатнашты.