Шыйыҡ газ – хәүеф сығанағы18.12.2015
Һуңғы ваҡытта тарттырып эшләнгән түшәмдәр модаға инеп китте. Был эштә шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланалар. Практика күрһәтеүенсә, тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән кәсеп түшәмде ҡороусы эшселәргә генә түгел, фатирҙа, торлаҡ йортта йәшәгән кешеләргә лә хәүеф менән янай.
Күңелһеҙ статистикаға күҙ һалайыҡ. Илебеҙҙә торлаҡ йорттарҙа газ баллоны шартлауы тураһындағы күңелһеҙ хәбәрҙәр әленән-әле ишетелеп тора. Мәҫәлән, 2012 йылда – 33, 2013-тә – 37, былтыр – алты, быйыл иһә туғыҙ газ шартлау осрағы теркәлгән. Көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен әүҙем пропагандалауға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай фажиғәләр беҙҙең республиканы ла ситләп үтмәй.
Түшәм туҡымаһын тарттырғанда уны тейешле температураға тиклем йылытыу өсөн шыйыҡ газ менән эшләгән пушка файҙаланыла. Ә газ баллоны – ниндәйҙер дәрәжәлә хәүеф сығанағы. Шуға күрә уны һаҡлағанда, ҡулланғанда һәм ташығанда һәр саҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү шарт.
“Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләре”нә ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа һәм йорт биләмәләрендә күләме 5 литрҙан ашыу булған газ баллондарын һаҡлау һәм файҙаланыу тыйыла. Бындай йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу өсөн яуаплы булған идарасы ойошмалар ҙа фатир хужаларының хәүефле ғәмәлдәренә битараф ҡалмаҫҡа тейеш.
Газ баллоны шартлауының төп сәбәптәре:
1) баллондың ныҡлы ябылмауы арҡаһында бинаға газ таралыу һәм һауала шартлаусан ҡатнашманың барлыҡҡа килеүе. Был осраҡта шартлау өсөн бер осҡон етә (тәмәке тартыу, яҡтылыҡ ҡулайламаларын ҡабыҙыу һәм һүндереү, асыҡ йылытҡыстар файҙаланыу, баллондың бәрелеүе һ.б.);
2) баллонды йылытыу. Газ баҫымының артыуы һөҙөмтәһендә шартлау булыуы ихтимал. Шуға күрә тултырылған газ баллон күләменең 80-85 процентынан артмаҫҡа тейеш;
3) баллонға зыян килтерерлек итеп механик баҫым яһау;
4) шыйыҡ газ тултырылған баллондың ғәмәлдән сығыуы.
Газ шартлау хәүефенән ҡотолоу өсөн:
1) баллондың ҡапҡасын күҙәтеп тороғоҙ. Биналағы газ, ғәҙәттә, түбәндә, иҙән өҫтөндә туплана. Баллондың ҡапҡасын ябып, газды туҡтатығыҙ, бүлмәне елләтегеҙ;
2) баллонды махсус ҡорамалдар, контроль үлсәү системаһы менән йыһазландырылған станцияларҙа ғына тултырығыҙ;
3) йылытыу өсөн тыштан йылыға индермәгеҙ;
4) бәрелеүҙән һаҡлағыҙ.
Түшәмде тарттырыуға квалификациялы белгестәрҙе генә йәлеп итегеҙ. Эште башҡарғанда шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы бинаға индереү ҡәтғи тыйыла.
Онотмағыҙ! Газ баллоны – кеше ғүмеренә янаған ҙур хәүеф сығанағы ул!