“Импортты алмаштырыу” буш һүҙ түгел18.12.2015
“Импортты алмаштырыу” буш һүҙ түгел Санкция, көрсөк, эмбарго... Һуңғы ваҡытта был һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Ысынлап та, илдәр араһындағы аңлашылмаусылыҡ ябай халыҡты хафаға һала. Рәсәй етәкселегенең импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сәйәсәтенә лә төрлөсә ҡарайҙар. Сит илдән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләгәс, халыҡ ас ҡалмаҫмы тип шикләнеүселәр ҙә бар. Бындай борсолоу урынлымы?

Күп илдәрҙә фермер халыҡты туйҙырыусы булараҡ ҡабул ителә. Уларға хөкүмәт тарафынан һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Беҙҙәге һымаҡ, нисек эш башлайым, ҡайҙан аҡса табайым, тип йөрөмәйҙәр. Хәйер, быны Рәсәй етәкселеге лә аңланы шикелле. Былтырғы менән сағыш­тырғанда, фермерҙарға матди ярҙам күләме икеләтә тиерлек артты. Әгәр был маҡсатҡа былтыр 8 миллиард һум бүленһә, быйыл ул күрһәткес 14,4 миллиард һум тәшкил итә. Был иһә 2,8 мең йүнселгә, йәнә 540 ғаилә фермаһына эшен көйләргә ярҙам итәсәк.
Эйе, ҡайһы берәүҙәр ҡағыҙ эшенең күп булыуына зарлана. Ни ҡылаһың, заманаһы шулай. Эшҡыуарлыҡты башлар алдынан, шөғөлөңдөң килемле йәки отошһоҙ икәнлеген асыҡларға кәрәк. Һәр хәлдә, әгәр тәүәк­кәлләп тотонһаң, һис отол­маҫһың.
– Сәйәсмәндәр, иҡтисад­сылар унар йыл дауамында, Рәсәй үҙен туйҙыра алмай, тип тылҡып килде, – тине Рәсәйҙең ауыл хужа­лығы министры Александр Ткачев. – Имеш, емеш-еләкте үҙе­беҙҙә үҫтерә алмайбыҙ. Шуға ла уны ситтән килтереү яҡлы булдылар. Ниңә артыҡ көсәнергә, нефть етерлек бит, тинеләр.
Эйе, үҙгәртеп ҡороу осоронан алып сит илдәргә яман һалыштыҡ шул. Рәсәй аграр тармаҡты икенсе планға ҡуйҙы. Нефть һәм газ байлығы буйынса, әлбиттә, беҙгә етеүсе юҡтыр. Шуны һата ла бүтән илдәрҙән теләгән продукцияны алаһың. Сифатлымы-түгелме бойҙайын да, итен дә, һөтөн дә ете ят тарафтан алырға күнектек. Анһат ысул. Бәлки, ошолай әллә күпме дауам итер ине. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең Рәсәйгә ҡарата санкциялар иғлан итеүе етештереү тармағына бүтәнсә ҡарарға мәжбүр итте. Эйе, илебеҙҙәге тәбиғәт шарттары ҡатмарлы. Тик шулай ҙа элек-электән Рәсәй халҡы үҙен туйҙырып килгән. Ниңә картуфты Мысырҙан һатып алырға, үҙе­беҙҙә үҫтереп булмаймы ни?
Ишембай районында сусҡа­сылыҡ менән шөғөлләнгән фермер Айҙар Тимерәшевкә бар­ғайныҡ.
– Элек гелән ситтән ит кил­тергәстәр, беҙгә көн булманы, – ти ул, зарланып. – Улар бит ГМО менән тиҙ генә үҫтерә лә осһоҙораҡҡа һата. Шуға бөтәһе лә уларҙыҡын ала. Ә беҙ ситтә ҡалабыҙ. Әле үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирелгәс, продук­циябыҙға ихтыяж артты, беҙгә тын алыуы еңеләйҙе.
Александр Ткачев белде­реүен­сә, биш йылдан Рәсәй импорт продукттарынан бөтөнләй баш тартасаҡ. Быға иһә үҙебеҙҙә ауыл хужалығын үҫтереү һөҙөм­тәһендә генә өлгәшеп буласаҡ. Һандар үҙе үк әйтеп тора: әгәр 2010 йылда был тармаҡҡа 111 миллиард һум бүленһә, быйыл ул күрһәткес икеләтә артҡан.
Импортты алмаштырыу йәһә­тенән бер йыл эсендә ярайһы уҡ үҙгәрештәргә өлгәшелде. Мәҫә­лән, һыйыр ите хәҙер ситтән икеләтә әҙерәк килтерелә. Ә инде сусҡа, тауыҡ ите менән Рәсәй үҙен 85-90 процентҡа тәьмин итә ала. Был күрһәткес ун йыл элек 60 процент булған. Шулай бүтән­дәрҙән аҙыҡ-түлек алып йәшәгәс, беҙҙең илде нисек һанлама­һындар инде! Рәсәй аҡсаһы шунда ағыла бит! Төптән уйлап ҡараһаң, сит тарафҡа осҡан аҡсаны илебеҙҙән сығармай, үҙ иҡтисадыбыҙҙы ла бынамын тигән итеп күтәреп булыр ине.
Иген, ит, һөт, емеш-еләк... Тап ошо аҙыҡтарҙы күпләп ситтән ала инек. Хәҙер уны үҙебеҙҙә етештереү мотлаҡ. Бының өсөн дәүләт программалары бойомға ашырыла башланы. Мәҫәлән, әле һаман туғыҙ миллион тонна һөттө ситтән килтерәбеҙ. Уны үҙебеҙҙә етештереүҙе арттырыу йәһәтенән субсидиялар, ғаилә фермер­ҙарына гранттар бирелә башланы. Әгәр һөт комплексын төҙөһәң, унда киткән сығымдың 20 процентын дәүләт ҡаплай. Бындай алым элек Рәсәйҙә булманы. Германия, Франция, Италия кеүек илдәрҙән өлгө алдылар.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры пальма майы менән бәй­ле хәлде лә асыҡларға кәрәк­леген белдерҙе. Был сеймал һуңғы йылдарҙа беҙҙең баҙарҙы ялмап алды. Ә нимәгә ҡулланыла һуң ул? Сөнки һөткә лә, майға ла, сырға ла, хатта туңдырмаға ла күпләп ҡушыла. Етеште­реүселәр өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ә бына халыҡ унан зыян күрә. Ябай тел менән әйткәндә, һөт алыр өсөн малды ике йыл ҡарарға кәрәк. Уны аҫрауға күпме сығым китә! Бары мул табыш алыу хаҡында уй­лаған эшҡыуарҙар хәйләкәрерәк юлын тапҡан: ете процент тәбиғи һөткә пальма майы менән һыу өҫтәй ҙә “һөт” тип баҙарға сығара. Улар әсеп тә бармай, бүтәндәрҙән осһоҙораҡ та. Ябай халыҡ шуға алдана. Әлбиттә, намыҫлы эш­ләгән фермерҙар зыян күрә бынан. Ғәҙелһеҙлекте күреп, эш­ҡыуарҙың дәрте һүнә. Тиҙҙән хәл яҡшыға үҙгәрәсәк, тип өмөтлән­дерә белгестәр. Пальма майына ла Рәсәйҙең ишектәре ябыласаҡ.
Емеш-еләкте лә рәхәтләнеп үҙебеҙҙә үҫтереп була. Рәсәй халҡын емеш менән тәьмин итеү өсөн йылына ике миллион тонна үҫтерергә кәрәк. Әле бары 1,3 мил­лион тонна ғына етеште­рәбеҙ. Тимәк, илебеҙҙә теплицалар майҙанын арттырыу, уңышты һаҡлау өсөн келәттәр төҙөү мөһим. Был йәһәттән дә бик шәп программа әҙерләнә. Фермер­ҙарҙың кредитын субсидиялау, комплекс төҙө­лөшөнөң 20 процент сығымын ҡаплау ҙа күҙал­лана.
Айыҡлыҡ өсөн көрәшеүселәр нисек кенә тырышмаһын, Рәсәй халҡы иҫерткес эсемлектән баш тарта алмай. Ә инде алкоголь продукцияһы дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ҙур урын алып тора. Шулай булғас, баҙарҙа спиртлы эсемлектәрҙе лә үҙе­беҙҙеке менән тултырырға ваҡыт. Миҫал өсөн шарапты ғына ала­йыҡ. Совет заманында Ҡырым, Кубань, Ростов, Кавказ был төр продуктты етештереү буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән. Тик Горбачевтың “ҡоро закон” йылдарында әллә күпме виноград плантацияһы тамырынан юҡ ителгән. Шарап заводтары бөгөн­гө шарттарҙа ла ныҡлап аяҡҡа баҫа алмай. Ете йыл элек илдә ҡулланылған шараптың 70 проценты ситтән килтерелгән булған. Уның сифаты тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Көньяҡ Африканан, Аргентинанан шарап эшләү өсөн порошок килтерәләр ҙә, үҙебеҙҙә шуны һыуға бутап, һатыуға сығаралар. Етмәһә, “Рәсәйҙә етештерелгән” тигән ярлыҡ йәбештерелә. Шундай матур шешәгә ҡойолған эсемлеккә алданып күпме халыҡ ағыуланды! Ә бит үҙебеҙҙә бынамын тигән шарап етештереп була. Рәсәй­ҙең ауыл хужалығы министры фекеренсә, беҙҙә йыл һайын 10 мең гектар виноград план­тацияһы булдырырға кәрәк. 2020 йылда ул 140 мең гектар булырға тейеш (бөгөн 87 мең гектар бар).
“Импортты алмаштырыу” буш һүҙ түгел. Быны Рәсәй етәк­селеге яҡшы аңлай. Дәүләттәр араһын­дағы низағ, сәйәси мәсьәләләрҙең киҫкенләшеүе был проблемаға айыҡ аҡыл менән ҡарарға бу­лышлыҡ итте. Бығаса кәштәләр­ҙәге урындың 80 проценты сит ил етеш­тереүселәренә бирел­гәйне. Хәҙер унан баш тартырға ваҡыт. Быны халыҡ та, үҙебеҙҙең фермерҙар ҙа көтөп алды. Беренсенән, өҫтәмә эш урындары буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта бүтән илдәргә өмөт итеп, уларҙан аҙыҡ ташып ятмаҫбыҙ. Был Рәсәйҙең көсөн, иҡтисадын һәр яҡлап арттыра ғына. Әгәр дәүләт үҙен башҡалар алдында бойондо­роҡһоҙ итәм тиһә, импорт күләме 10-15 проценттан да юғарыраҡ булырға тейеш түгел.



Вернуться назад