“Реаль эштәр”ҙең ысынбарлығы18.12.2015
“Реаль эштәр”ҙең ысынбарлығы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ғәмәлгә ашырылған “Реаль эштәр” проекты — тормош талабы ул. Йәшерен-батырын түгел, әммә бөгөнгө сәйәси сис­тема парламент депутаттары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуын етерлек дәрәжәлә контролдә тотмай. Бының иһә халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы, башҡарма власть органдарының эшмәкәрлегенә ышанысты кәметеүе ихтимал. Партия ағзалары хәлде белә, аңлай, һәм әлеге проекттың башланғыс алыуы ана шул кәмселектәрҙе бөтөрөргә тырышыуҙың бер сағылышы ла инде. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлектәргә килгәндә иһә, улар етерлек: республикабыҙҙағы һәр ҡала һәм районда “Берҙәм Рәсәй”ҙең бүлексәһе бар, партия контролен тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған. Ә иң мөһиме — проект, бер нисә ай элек кенә башланғыс алһа ла, халыҡтың ышанысын яулап өлгөрҙө. “Реаль эштәр”ҙең ысынлап тормошҡа ашырылыуы кемгә оҡшамаһын.
Салауат районының Көҫәпәй ауылы халҡы юлһыҙ интегә. Ауылға юл бынан егерме йыл элек һалына башлаған, әммә эш тамамланмаған... Ишембай районының Ғүмәр ауылындағы күперҙе төҙөклән­дерергә кәрәк... Учалының Илсе ауы­лындағы мәктәпкә канализация үткәреү ҡаралған... Ошондай һәм башҡа проблемалар һәр ауылда етерлек. Уларҙы хәл итеү оҙаҡ йылдарға һуҙыла, ҡайһы берҙәре бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡала ине. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе иһә уларҙы бергәләп хәл итеү юлын тапҡан.
“Реаль эштәр” проекты тәү сиратта халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, уларҙың тормош кимәлен яҡ­шыртыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн һәр төбәктә эшсе төркөм ойошторолған. Халыҡтың үҙенең әүҙемлеге лә иҫәпкә алына. Улар йыйылыш үткәреп ҡарарҙар ҡабул итә һәм партияның төбәк бүлексәһе менән бәйләнешкә сыға. Әле республикала “Реаль эштәр” проектына ярашлы йөҙҙәрсә саҡрым юл ремонтланған, тиҫтәләгән күпер төҙөкләндерелгән, урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары урынлашты­рылған, балалар баҡсалары, мәктәптәр, парктар тәртипкә килтерелгән, уйын майҙансыҡтары төҙөлгән. Иң мөһиме — был сик түгел. Проект артабан да дауам итәсәк.
Әйтәйек, Салауат районының ауыл биләмәләренә “Реаль эштәр” проектын бойомға ашырыу өсөн бер миллион 400 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә Йылыныш һәм Ишембай ауылдарындағы мәктәптәрҙең спорт залы төҙөклән­дерелгән, Малаяҙҙағы спорт майҙансығы рәткә килтерелгән, Тирмән, Таймый, Янғантау ауылдарында балалар майҙансыҡтары асылған.
Проектҡа туймазылар ҙа дәррәү ҡушылды. Быйыл ғына районда 34 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ фай­ҙаланыуға тапшырылған, Туймазы ҡалаһында һәм Ҡандра, Собханғол, Серафимовка ауылдарында күп ҡатлы 30 йорт ремонтланған, район үҙәк дауаханаһына рентген диагностика комплексы һатып алынған, Туҡмаҡ-Ҡаранда заманса дүрт теплица төҙөлгән һ.б. Ошо көндәрҙә Өфөлә лә “Реаль эштәр” проектына ярашлы хоккей ҡабы асылды. Майҙансыҡты төҙөгәндә заманса материалдар ҡулланғандар. Бында йәйгеһен — мини-футбол һәм башҡа уйындар, ҡышын хоккей ярыштары үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Ғөмүмән, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе әҙерләгән был проект ауыл ерендә айырыуса әһәмиәтле була бара. Мәҫәлән, граждандар йыйыны һөҙөмтәләре буйынса Ишембай районының барлыҡ ауыл советтарында ла тип әйтерлек тораҡтарҙы төҙөкләндереү, күпер һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса заявкалар төҙөлгән.
— Беҙ Петровский һәм Васильевка ғына түгел, ошо ауыл Советына ҡараған тағы өс ауыл буйынса ла документтар әҙерләнек, — ти Петровский ауыл Советы хакимиәте башлығы Ольга Морозова. – Беҙҙең пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәк булған 690 мең һум аҡсаның 240 мең һумына халыҡ һәм бағыусылар эш башҡарырға әҙер.
Ольга Николаевна әйтеүенсә, “Реаль эштәр” проекты заявкаһына Ишем ауылындағы Еңеү аллеяһын, Ғүмәрҙә күперҙәрҙе һәм юлдарҙы төҙөк­ләндереү, Петровский һәм Васильевка ауылдарында балалар майҙансыҡтарын төҙөү, Павловка ауылындағы һыу үткәргесте ремонтлау һәм реконструкциялау индерелгән. Был төбәктә йәшәүсе халыҡ әйтеүенсә, эшкә күмәкләп тотонғанда алға ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса хәл итергә мөмкин.
— Һуңғы осорҙа халыҡ әүҙемерәк була башланы, башланғыс күрһәтәләр, үҙҙәре тураһында иҫкә төшөрөп торалар, – ти Ольга Морозова. – Бындай хеҙмәттәшлек­тең бер миҫалы – Соленый утарына юлды ремонтлау. Яҙ көнө был ер тулыһынса тип әйтерлек донъянан айырылған кеүек ултыра ине. Юл участкаһына ремонт эшләү өсөн аҡсаны утарҙа йәшәүселәр үҙҙәре йыйҙы, ә ауыл хакимиәте техника һәм яғыулыҡ менән ярҙам итте. Бына шулай, дөйөм мәнфәғәт өсөн бергәләп әллә күпме яҡшы эш башҡарырға була.
“Күмәкләгән — яу ҡайтарған” алымын әбйәлилдәр ҙә оҫта ҡуллана.
— Район халҡы “Реаль эштәр” проектын ыңғай баһалай. Иң мөһиме, башланғыс­тарҙа халыҡ үҙе ҡатнаша. Был, берен­сенән, ауыл биләмәһенең йәшәйешендә сағылһа, икенсенән, урындағы муниципалитет менән халыҡтың араһы яҡыная, — ти Әбйәлил район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы Баязит Ғиниәтов.
Башҡарылған эштәргә килгәндә иһә, улар тос ҡына: Асҡар һәм Геологоразведка ауылдарында балалар баҡсаһы төҙөлгән, Әлмөхәмәттә һәм Гусевта фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән, Яңы Балапан, Михайловка, Буранғол һәм Сиҙәм ауылдарындағы мәктәптәргә капиталь ремонт үткәрелгән, Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай юлы һалынған һ.б. Киләсәккә иһә Рауил һәм Йәнгел ауылдарында балалар майҙансыҡтары төҙөү, Сиҙәм мәҙәниәт йортона сәхнә костюмдары һатып алыу, Яңы Балапанға һәм Амангилденең яңы биҫтәһенә газ үткәреү Һәм башҡа бурыстар билдәләнгән.
Ҡыҫҡаһы, проект — социаль, көнкүреш объекттарын төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдарҙы рәткә килтереү йәһәтенән ҙур ярҙам. Әммә төп маҡсат — урындағы мәсьәләләргә халыҡты йәлеп итеү.
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта кешеләрҙең бер-береһенә, йәшәгән төйәгенә битарафлығы әсендерә. Әллә улар шул тиклем түрәләргә ышанған, әллә башҡа сәбәп... “Ниңә уны беҙ эшләргә тейеш әле, Хөкүмәттең йөкләмәһе бит”, — тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Көтөп ятырға ярамай. Мәҫәлән, әлеге проектҡа ярашлы ниндәйҙер бер биләмәгә юл һалынды, ти. Иманым камил, урындағы халыҡтың фатихаһы менән тормошҡа ашырылған изге ғәмәлде ауыл кешеһе мотлаҡ ҡарап, һаҡлап тотасаҡ. Фәҡәт проектҡа килгәндә, уның киләсәге өмөтлө. Халыҡта дәррәү ҡыҙыҡһыныу уятҡан “Реаль эштәр” ысынлап тормошҡа аша.




Вернуться назад