Иң мөһиме — үҙ-ара аңлашыуға өлгәштек18.12.2015
Республика Хөкүмәте йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов һайлау системаһының 20 йыллығына арналған “Заманса Рәсәйҙең һайлау системаһы: үҫеш перспективалары” тигән фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаны.

— Һайлау — йәмғиәттең артабанғы үҫешендәге сәйәсәтте билдәләгән шаңдау ул. Илдең, төбәктәрҙең, муниципалитеттарҙың социаль хәле, төрлө власть органдарына үҙ вәкилдәрен һайлаған кешеләрҙең өҫтөнлөктәре күп йәһәттән ошо сарала сағыла, — тине ул сығышында. — Бөгөнгө ҡараштар төрлөлөгөндә илдә дәүләтселекте һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыу, халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән уртаҡ фекергә килеү мөһим. Өлгөрөп еткән сәйәси процесс барлыҡ ижтимағи көстәрҙең конструктив аралашыуын, ыңғай көн тәртибен төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Әһәмиәтле сәйәси ваҡиға алдынан республикабыҙҙағы бөгөнгө сәйәси хәлде тотороҡло тип билдәләргә була. Иң киҫкен мәсьәләләр буйынса йәмғиәттә үҙ-ара аңлашыуға өлгә­шә­беҙ. Был беҙгә сәйәси партияларҙың, граждандар берекмәләренең хуплауына иҫәп тоторға мөмкинлек бирә.




Вернуться назад