Мәсьәлә ентекле тикшерелде02.03.2012
Редакцияға Илеш районының Илеш ауылы ветерандары исеменән хат килде. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шунан ғибәрәт: заманында ауылдары, волость үҙәге булараҡ, Бөрө өйәҙендә иң ҙуры һәм төҙөгө һаналған. 75 йыл элек районға ла уның исеме бирелгән. Бөгөн иһә төпкөл ауылдарҙың береһе иҫәпләнә.
Хатта бәйән ителеүенсә, үткән быуаттың 60-сы йылдарынан башлап Илештең яҙмышы үҙгәрә. Бындағы колхоз, сельпо, почта бүлексәһе, республикала билдәле булған балалар йорто бөтөрөлә. Иң борсоуға һалғаны: ауыл Советы күрше Ябалаҡ ауылына күсерелгән, һәм бөгөн илештәр биләмәнең үҙәген үҙҙәренә кире ҡайтарыуҙы йәки уның исемен Илешкә үҙгәртеүҙе нигеҙле тип һанай. Мәсет юҡ, һыу менән йыш ҡына тотҡарлыҡ була. Өс йыл элек бындағы урта мәктәп туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырыла. Бына ошо һәм башҡа дәлилдәр килтерә хат яҙыусылар.
Редакция был хатты урында тикшереп сара күреү өсөн Илеш районы хакимиәтенә йүнәлтте. Хакимиәт башлығы И. Мостафиндан ошо көндәрҙә түбәндәге яуап килде:
“Илеш ауылы ветерандарының хатында күтәрелгән мәсьәлә Ябалаҡ ауыл биләмәһенә сығып өйрәнелде һәм ентекле тикшерелде. Урындағы халыҡ менән осрашыу үткәрелде, айырым кешеләр менән әңгәмә ҡоролдо. Хатта бәйән ителгән факттар башлыса дөрөҫләнмәне. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ алдан уҡ белә инек, улар буйынса башҡараһы эштәр (Илеш төп белем биреү мәктәбен ремонтлау, ярҙы нығытыу һәм башҡалар) ауыл Советының яҡын киләсәктәге планына индерелде”.