Сираттағы еңеү18.12.2015
Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһындағы “Ҡышлау” кейеҙ коллекцияһы “Этно-Эрато” тип аталған III Евразия милли кейем модаһы конкурсында ҡатнашты.

Башҡортостан дизайнерҙарының эше юғары баһаланды һәм “Көн­сығыш костюмы” номинацияһында икенсе урынға, шулай уҡ “Профессионализм өсөн” номинацияһында бәйгенең төп бүләге “Алтын ҡайсы”ға лайыҡ булды.
“Этно-Эрато” конкурсы Мәскәү Хөкүмәте бинаһының ҙур залында уҙғарылды. Уны ойоштороуға Төбәк-ара хеҙмәттәшлек, милли сәйәсәт һәм бәйләнештәр департаменты ҙур тырышлыҡ һалған. Сараға Рәсәйҙең 39 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Грузия, Әрмәнстан һымаҡ элекке союздаш республикаларҙан иң яҡшы дизайнерҙар һәм модельер­ҙар килде.
Конкурс заманса модаға ярашлы тегелгән этник кейем-һалымдың зауығын, үҙенсәлектәрен сағыл­дырыу­ға арнала. Ул кейемдәге милли традицияларҙы өйрәнеүгә булышлыу итеүҙе, төрлө халыҡтарҙың мәҙә­ниәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.




Вернуться назад