Сифаттың төҫө булмай18.12.2015
Сифаттың төҫө булмай Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан биләмәһендә пассажирҙар автомобиль транспортында халыҡты хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһындағы республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүгә бәйле закон проектын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарҙы.

Проект “Асыҡ Республика” сайтында урынлаштырыла. Уның аша теләге булған һәр кеше төҙәт­мә­ләр­гә ҡағылышлы тәҡдимен бел­дерә ала. Документта, атап әйт­кәндә, такси хеҙмәте эшмәкәрлеген көйләгән нормаларға үҙгәреш индереү, йәғни төҫ буйынса сик­ләүҙе ғәмәлдән сығарыу хаҡында әйтелгән. Әлегә тиклем Башҡорт­останда такси хеҙмәтендәге автомобилдәр һары, аҡ һәм ҡара төҫтә генә була ала ине.
– Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади хәлде, эшҡыуарлыҡтың, шул иҫәптән такси хеҙмәттәренең дә проблемаларын аңлайбыҙ. Был өлкәләге бизнес уҙған осорҙағы кеүек “күләгәгә” китмәһен өсөн еңел таксиға талаптарҙы бер аҙ йомшартырға ҡарар ителде, – тине Константин Толкачев. – Кешеләргә законға ярашлы юл менән аҡса эшләү мөмкинлеген бирергә кәрәк. Өҫтәүенә автомобилдең төҫө таксиҙың эш сифатына йоғонто яһамай, минеңсә.
Төҙәтмәләрҙе әҙерләү барышында профилле комитет депутаттары Рәсәй төбәктәрендәге хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын өйрәнде. Асыҡланыуынса, илдең 12 төбәгендә генә таксиҙарҙы төҫө йәһәтенән сикләү бар. Бынан тыш, киләһе йылда күпселек таксис­тарҙың рөхсәт ҡағыҙы ғәмәлдән сыға. Эксперттар күҙаллауынса, ҡануниәт үҙгәрмәһә, легаль таксиҙар кәмейәсәк.

Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостандағы такси баҙарында 10-12 оператор эшләй. Шуларҙың иң ҙурҙары – “Мотор-сервис”, “Лидер”, “Такси Сатурн”. Таксомотор хеҙмәттәренең күпселеге водителдәр менән диспетчерлыҡ килешеүе буйынса эшләй. Уларҙың автопаркы ла, водителдәр штаты ла юҡ. Бындай хеҙмәттәр заявка йыя һәм, 10-18 процентлыҡ комиссия түләтеп, уны водителдәргә тапшыра.

Таһир БАШМАКОВ, “Лидер”ҙың диспетчер хеҙмәте директоры:
– Беҙ халыҡтың киң ҡатламына аҡса эшләү мөмкинлеген бирәбеҙ. Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа бындай мөмкинлек айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.


Вернуться назад