Сир хәүефе — һандарҙа18.12.2015
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы 2010—2014 йылдарҙа яман шеш менән сирләүселәрҙең һәм ошо ауырыуҙан үлеү осраҡтарының статистикаһын баҫтырып сығарҙы.
Былтыр төбәктә яман шештән яфаланыусылар 11 процентҡа артҡан, йәғни 100 мең кешегә уртаса 1 884 ауырыу тура килгән. Был күрһәткес Баймаҡ районында 742 булһа, Салауатта иһә — 3 мең кеше. Ауырыуҙар структураһында һөт биҙендәге яман шеш беренсе урынды биләй. Шулай уҡ тын юлдарындағы, үпкәләге, тән тиреһендәге яман шеш ярайһы уҡ киң таралған. Балалар араһында был сир биш йыл эсендә 21,6 процентҡа түбәнәйгән.