Төп шыршы кескәйҙәрҙе көтә18.12.2015
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 780 уҡыусы республика Башлығы шыршыһына йыйыласаҡ.
22 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Яңы йыл иртәһе уҙасаҡ. Был сара йыл һайын республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан уҡыу алдынғыларын, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәрҙе, төрлө фестивалдәр лауреаттарын, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балаларын туплай.
Йәш тамашасыларҙы “Яңы йыл биттәре буйлап, йәки Әкиәт ҡараҡтары” спектакле көтә. Унда, ҡуйыусы режиссер Илшат Фәхретдиновтың һүҙҙәренсә, Ҡыш бабай балаларға иң яҡшы әкиәттәр китабын бүләк итә икән. Тик һәр өлөшөнөң ниндәйҙер мөһим детале, хатта геройҙар үҙҙәре юғалған, имеш. Мәҫәлән, Пушкиндың “Балыҡ һәм балыҡсы хаҡында” әкиәтендә балыҡ юғалған булһа, үлемһеҙ Кощей тураһындағы әкиәттә – энә. Ә концерт залының фойеһында карнавал һәм башҡа байрам саралары үткәреү ҡаралған.