Ауылдың терәге бар!18.12.2015
Ауылдың терәге бар! Күптәр иҡтисади көрсөк алдында баҙап ҡалғанда, Ейәнсура районының Ибрай ауылы уңғаны Нурислам Күсербаев шәхси шөғөлгә тотонорға тәүәккәлләгән.

– Быға тиклем мәктәптә эшләй инем, хәҙер ҡолас ташлап мал үрсетеү менән булам, – тип йылмая крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.
Нурислам Миңләхмәт улының фекеренсә, бөгөн һарыҡ үрсетеү – иң отошло тармаҡтарҙың береһе. Хөкүмәт бит илдең аҙыҡ-түлек баҙарын сифатлы тауар менән тәьмин итеүселәргә ярҙамлашырға әҙер. Шуны күҙ уңында тотоп, йүнсел егет дәүләттән грант алыуға документтар туплаған да маҡсатына өлгәшкән. Бер миллион һумдан ашыу аҡсаға “МТЗ” тракторы һатып алған, артып ҡалғанына Волгоград тоҡомло һарыҡтар килтерткән ул. Үҙенең өс тиҫтәгә яҡынын да ҡушһаң, һарыҡтары хәҙер илленән ашып китә. Бынан тыш, ағастан төҙөлгән иҫке һарайы урынына таштан яңыһын һалдырған, ялан кәртәһен иркенәйткән Нурислам. Ул ғына ла түгел, егәрле егеткә Ҡарһаҡлы йылғаһы эргәһенән ҡуртымға 66 гектар ер биргәндәр.
– Тырышҡандарға төрлө яҡлап таяныс бар. Һәр хәлдә, беҙҙең район хакимиәте йүнселдәрҙе ярҙамдан өҙмәй, – ти Нурислам Күсербаев. – Аллаға шөкөр, йыл шул тиклем ыңғай килде, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын мул итеп әҙерләнек...
Һарыҡтарын киләһе йыл 100-гә еткерергә, мөмкинлек барҙа бүтән тармаҡтарҙы ла өйрәнеп, яңы эш урындары булдырырға ниәтләй фермер. Улары – яҡташтары мәнфәғәтендә. Үҙенең әлеге хәленән иһә, һис шикһеҙ, ҡәнәғәт Нурислам. Ғаилә башлығын, ике бала атаһын даими килем алып, алға етди пландар ҡороп эшләп йөрөүҙән дә нығыраҡ нимә дәртләндерә һуң?


Вернуться назад