Мосолман өҫтәленә18.12.2015
Өйҙә әҙерләнгән сыр
Ризыҡты әҙерләү өсөн бер литр һөт, бер аш ҡалағы тоҙ, 200-300 грамм ҡаймаҡ, өс йомортҡа кәрәк буласаҡ.
Һөткә тоҙ һалабыҙ ҙа ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала йомортҡаларҙы һытып, ҡаймаҡҡа ҡушып болғарға кәрәк. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны һөткә һалабыҙ ҙа биш минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Эремсек һыуынан айырылған масса һөҙөп алына бара.
Ҡалған шыйыҡсаға укроп һалырға мөмкин. Массаны пленкаға, унан туҡымаға төрәбеҙ һәм ике турағыс таҡта араһына һалып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуябыҙ (ҡатып, формаға инһен өсөн). Өс-дүрт сәғәттән һуң ашарға мөмкин.
Картуф менән тауыҡ итенән
Картуфты эре телемдәргә турайбыҙ, майланған табаға һалабыҙ. Өҫтөнә туралған тауыҡ киҫәктәре теҙелә. Артабан – балдаҡлап ҡырҡылған һуған, унан ҡалған картуф һалына. Майонез, ҡаймаҡ, йә кетчуп яғырға, әҙерәк һыу ҡойорға мөмкин. Тәмләткестәр өҫтәлә.
Унан фольга ябабыҙ ҙа мейестә 40 минут бешерәбеҙ. Аҙаҡ ҡурғашты алып, өҫтөнә сыр һөртөргә һәм өҫтө ҡытырлағансы (10 минут тирәһе) тоторға мөмкин.