Үҙҙәренән башлаһалар ине02.03.2012
АҠШ башҡа илдәрҙә тәртип һәм демократия ойошторорға "атлығып" торһа ла, ҡайһы бер хәлдәр уның үҙендә лә тәртип булмағанын иҫбатлай.
Чардон ҡалаһында бер үҫмер класташтарына пистолеттан ут асҡан, һөҙөмтәлә бишәү дауаханаға эләккән, бер бала һәләк булған. Быға тиклем үҙен шымыҡай итеп танытҡан Ти Джей Лейндың агрессив ҡылығын хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре менән психологтар асыҡларға тырыша, әммә эш үткән инде... Ғөмүмән, Америкала ҡорал ирекле һатылғас, бындай енәйәттәрҙең йыш осрауы мәғлүм.
Кле-Элум ҡалаһында иһә мәктәптән меңгә яҡын уҡыусы эвакуацияланған: баҡһаң, кемдер учреждениеға һалынған шартлатҡыс хаҡында хәбәр иткән.


Вернуться назад