Көлөп ҡарайһың, ә үҙең кем?18.12.2015
(Зәйтүнә Күҫәпова, “”Ныҡлы төшөнмәгәс, бәхәсләшеү урынлымы?”, 2015 йыл, 13 ноябрь)
Яҙманы ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. Авторҙың дин өлкәһендә шаҡтай белемле булыуы ифрат һөйөндөрҙө.

Ә бөгөнгө ҡәрҙәштәребеҙҙән әсе көлгән шиғыр авторына – “Мин барыһын да беләм, ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе өйрәтергә тейеш түгел” тигән бәхәссегә – бына нимә әйтер инем: Зәйтүнә һылыуҙың дини белеме төплө, фекерҙәре – алтын!
Үҙен мосолман тип һанап та, Ал­лаһ­тың мотлаҡ үтәргә ҡушҡандарын, Ҡөрьән хөкөмдәрен инҡар итеп, кәрәкмәгәнгә иҫәп­ләп йөрөгән наҙан, әммә шиғыр сы­ғарыуға оҫта, әсе телле кешегә ҡарата ҡыҙғаныу тойғоһо уянды. Эйе, бик ҡыҙ­ға­ныс. Һуңғы йылдарҙа байтаҡ мил­ләт­тәшебеҙ аңлай башлаған хәҡиҡәт уны һаман да ситләтеп үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, ундайҙар күп әле. Миңә лә осрап то­ралар. Мәҫәлән, ғүмерҙә мәсет тирә­һе­нә яҡынламаған, Зәйтүнә ханым әйт­меш­ләй, “әлифте таяҡ тип белмәгән”, на­маҙ төшөнә лә инеп сыҡмаған, ғибәҙәт ҡылғандарға көлөп ҡараған танышым бар.
– Һин үҙеңде ниндәй дин вәкиле итеп һанайһың? – тип һораным унан бер көн.
– Әлбиттә, мосолман! – тип яуапланы танышым. – Мин бит – башҡорт.
– Ә күршең Иван Иванович?
– Мосолман түгел, урыҫ.
– Дин йәһәтенән арағыҙҙа ниндәй айырма бар?
– Мин Аллаһҡа ышанам...
– Иван Иванович та ышана.
– Ә мин йыл һайын туғандарҙы, яҡындарҙы саҡырып, атай-әсәйҙе иҫкә алам, аят уҡытам.
– Күршең Иван да йылына бер “поминка” үткәреп, туғандарын, яҡындарын йыя...
– Минең атай-олатайҙарым мулла бул­ған! – тине был бер аҙҙан ғорур төҫ ме­нән.
– Эйе, был хаҡта беләм, – тип яуап­ланым. – Бик көслө дин әһелдәре булған улар. Намаҙ-ураҙаһын ҡалдыр­май, Ал­лаһ ҡанундары буйынса ғүмер ит­кәндәр. Тик һин түгел бит, ә – улар! Ғөмүмән, дуҫҡай, һин күршеңдән бер ни менән дә айырылмайһың. Исемегеҙ һәм телегеҙ буйынса ғына айырма бар. Әлегә...
– Нисек инде “әлегә”? – тип ғәжәп­ләнеп һораны әңгәмәсем.
– Ни өсөн тигәндә, балаларың хатта һи­нең туған телеңде лә белмәй. Ә Пәй­ғәм­бәребеҙ хаҡында бөтөнләй ишет­кәндәре юҡ. Үкенесле, әммә башҡорт теле дәресендә күрше Вася һинең улыңа ҡарағанда яҡшыраҡ өлгәшә (был хаҡта уҡытыусыларынан ишеткәйнем).
Ә Зәйтүнә хажиәгә “афарин!” тип әйтергә генә ҡала. Уның һүҙҙәрен инҡар итеү һис тә мөмкин түгел, сөнки улар дөрөҫ сығанаҡтарға таянып яҙылған. Ошондай ҡәрҙәштәребеҙ күберәк бул­ғанда, арабыҙҙа ифрат күп йәшәгән томаналар хаҡ динде нығыраҡ таный башлар ине.





Вернуться назад