Иң ҙур мөғжизә18.12.2015
Иң ҙур мөғжизә “Китап – барлыҡ мөғжизәләр ара­һында иң бөйөгө”, – тигән М. Горь­кий. Әлбиттә, быуаттар буйына торған Гиза пирамидалары, Се­мирамиданың аҫылмалы баҡсаһы, Артемида ҡорамы һәм башҡалар ҙа “КИТАП” тигән бөйөк мөғжизә тыуҙырған тылсым иленә тиң түгел. Ғөмүмән, китапҡа донъя үҙе һыя.

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ошо мөғжизәне тыуҙырыу ғы­на түгел, уны халыҡҡа таратыу йә­һә­те­нән дә ҙур эш башҡара. Нәшриәт тарафынан ойошторолған “Изге күңел­дән китап” тигән сара ла был турала асыҡ һөйләй.
Башҡорт китабы йортонда үткән са­раға йыйылған халыҡты “Китап” нәшриә­те директоры Илһам Йәндәү­ләтов сәләмләне.
– “Изге күңелдән китап” акцияһы бөгөн һигеҙенсе тапҡыр үтә, – тине ул. – Төрлө ойошмалар, баҫмаларҙы һатып алып, балалар йорттарына, китап­ха­наларға, күп балалы ғаиләләргә һәм башҡаларға бүләк итә. Был рухи эстафета киләсәктә лә дауам итер, ҡоласы киңәйер тип өмөтләнәбеҙ. Сөнки донъяла китаптан да ҙурыраҡ бүләк юҡ.
– Киләһе йыл – “Кино йылы”, – тине “Республика Башкортостан” гәзите хәбәрсеһе Елена Шарова, эстафетаны Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры директоры Азат Йыһан­шинға тапшырып. – Кино әҙәбиәтһеҙ һәм әҙиптәрһеҙ йәшәй алмай, тимәк, Әҙәбиәт йылы дауам итә тигән һүҙ был.
Азат Йыһаншин мәктәптәрҙә ба­ла­ларҙың инша яҙмауы, кешелектең фекерләү үҫешенә интернеттың аяҡ салыуы тураһында һөйләне.
Рухи эстафетаны ҡаланың 5-се ки­тап­ханаһы 9-сы китапханаға тап­шыр­ғандан һуң, күптән түгел уҡыусы­ларҙы өр-яңы “Аҙғын тәүбәһе” тигән трило­гия­­һы менән ҡыуандырған яҙыусы Флүр Ғәлимов автографлы китаптарын бүләк итте.



Вернуться назад