Аҡман-тоҡман ҡыҙы ул!18.12.2015
Аҡман-тоҡман ҡыҙы ул! Геройымдың үҙен тап шулай тип атауы юҡҡа түгел: ул март айында, тәбиғәттең боларып, аҡман-тоҡман башланған осоронда донъяға килгән. Шуғалыр ҙа Сәфинә Хәкимованың шиғырҙары берсә буранды хәтерләтә, берсә тыныс яуған ҡар кеүек.
Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙҙың тәүге китабы “Аҡман-тоҡман ҡыҙымын!” тип атала. Әҙәбиәткә ул һуңлап килгән, әммә бала саҡтан күңелендә йөрөткән ижад осҡоно бер ҡасан да һүрелмәй. Йәмле Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында тыуып үҫкән Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы мәктәп йәшенән йырларға һәм бейергә ярата, бигерәк тә сәхнәнән шиғыр уҡыуын күптәр яратып тыңлай. Ҡусҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған йылдарында әҙәби түңәрәккә йөрөгән, стена гәзиттәрен сығарған, насар өлгәшеүселәрҙе “икеле” билдәһенә атландырып, аҫтына үҙе сығарған шиғырҙарҙы яҙып та ҡуйғылаған. Яңы йыл, Әсә көнө кеүек байрамдарҙа Сәфинә Хәкимованың шиғырҙары һәр саҡ урынлы яңғырай.
Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, ул Магнитогорск төҙөлөш техникумында бухгалтер һөнәренә эйә була. Артабан ситтән тороп Мәскәү юғары гуманитар университетының иҡтисад бүлеген тамамлай. Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ғашиҡ кеше ҡаланың Халыҡтар дуҫлығы йортона, “Урал ынйылары” әҙәби берекмәһенә йөрөй. Ҡасандыр күңелендә моронлаған шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға төшөрә, элеккеләрен барлай, яңыларын яҙа.
Ижад кешеһенә уның яҙғандарын уҡыған, үҙ фекерен әйткән кеше булыуы бик мөһим. Әйҙәүсе, күңелде күтәреүсе кәрәк, бигерәк тә сит өлкәлә йәшәүселәргә. 2013 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында йәш ижадсылар өсөн төбәк-ара ижади конференция үткәйне. Силәбе өлкәһенең башҡорт әҙәби берекмәһе етәксеһе Ҡамса Мортазин, Учалы ҡалаһында йәшәүсе шағир Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡалар Сәфинә Хәкимованың шиғри ҡулъяҙмаһын тикшереп, ыңғай баһа бирҙе. Авторға китабын сығарырға тәҡдим иттеләр, тик сит өлкәлә йәшәү бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай ҡалманы. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә ҡулъяҙмаңды тапшырып та, уның баҫылыуын йылдар буйына көтөргә кәрәклеген яҡшы аңлаған Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы тәүге йыйынтығын үҙнәшер юлы менән сығарыуҙы хуп күрҙе.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, китап һөйөүселәрҙең күңеленә яҙ һулышы алып килерлек бик матур һәм ыҡсым бүләк әҙерләнде. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел йәш шағирәнең балалар өсөн яҙылған ши­ғырҙары айырым китап итеп баҫтырыу өсөн “Китап” нәшриәтенең планына индерелгән. Ти­мәк, сит өлкәлә йәшәүсе Сәфинә Хәкимованың яңы йыйынтығын Башҡортостанда йәшәүсе дуҫтары ла, Силәбе өлкәһендәге милләт­тәштәре лә ҡулына алып ҡыуанасаҡ әле. Амин, шулай булһын!






Вернуться назад