Тәбиғәт тынысланырға уйламай02.03.2012
Тыва Республикаһында көслө ер тетрәүе булып, төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгәйне, халыҡ та ҙур матди зыян күрҙе.
Әммә тәбиғәт һис тынысланырға уйламай – һуңғы тәүлектә Тывала тағы бер нисә ер аҫты хәрәкәте теркәлгән.
Уларҙың үҙәге быға тиклем ярайһы уҡ зыян күргән Сарыг-Сеп ауылынан йыраҡ түгел. Ғөмүмән, ер тетрәүе барлыҡ Себерҙә – Рәсәйҙең тағы ете төбәгендә һиҙелгән. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн эксперт комиссияһы булдырылған. Белгестәр энергетика объекттарына айырыуса иғтибар бүлә.