Башҡорт эшҡыуары Рәсимә Мусина “Пышка” кулинария селтәренең бүлексәһен Берлинда ла асты. Сит илдәге тәүге башҡорт милли ризыҡтары магазины ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан, тип хәбәр ителә Restoranoff.ru порталында. Берлиндағы сауҙа урыны Өфөләге “Пышка”нан ярайһы уҡ айырыла. Уның биҙәлеше менән танылған “AD MODUM” бюроһы шөғөлләнгән. Тәҡдим ителгән менюла Өфө кулинарҙарының Tukmatsch, Pelmeni, Wareniki, Kurnik, Gubadia, Beljaschi, Tschebureki, Komроtt кеүек ризыҡтарын табырға мөмкин.
Әлеге компаниялар төркөмө Өфөлә 1999 йылда барлыҡҡа килгәйне. Рәсәйҙә уның 20 корпоратив һәм франчайзинг системаһы буйынса эшләгән 70 бүлексәһе бар.