“Алтын Ай”ҙа ҡунаҡта18.12.2015
Мәскәүҙә, Орджоникидзе исемендәге Рәсәй геология-разведкалау университетының концерт залында, “Алтын Ай” ансамбленең отчет концерты уҙҙы. Сара Әҙәбиәт йылына бағышланды һәм унда башҡорт әҙәбиәтенең бай тарихына үҙенсәлекле байҡау яһалды. Ҡатнашыусылар күренекле авторҙарҙың исемдәрен хәтергә төшөрҙө: сәхнәнән танылған башҡорт шағирҙары һәм яҙыусыларының әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны.

“Алтын Ай” төркөмөнөң йәш артистары тамашасы өсөн премьералар әҙерләгән. Мәҫәлән, “Каруанһарай”, “Ҡырағай аттар” бейеүҙәре. Бынан тыш, солистар һинд, испан, татар бейеүҙәрен башҡарыу оҫталығын да күрһәтте.
— Тамашасылар “Алтын Ай”ҙың кескәй артистарын айырыуса яратып ҡаршы алды. Ҡыҙ һәм малайҙарға 5-7 генә йәш, әммә уларҙың сәхнәлә сығыш яһау тәжрибәһе бар. Быйыл улар күп кенә сағыу һәм ҡыҙыҡлы номерҙар әҙерләгән. Шуларҙың береһе “Ба­ла­ларҙың шатлығы” тип атала, — тип һөйләне Мәскәү журналисы Гөлнара Ибраҡова.
Күптән түгел ойошторолған өлкән ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң сығышы концерттың иң юғары нөктәһе булды. “Ете ҡыҙ” һәм ”Тимербай килендәре” бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Концертта шулай уҡ татар мәҙәни үҙәгенән ҡунаҡтар — Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәдиф Яваев етәкселегендәге “Илдан” бейеү ансамбле — ҡатнашты.
“Алтын Ай” төркөмө 2011 йылда ойош­торолған. Мәскәүҙә башҡорт бейеү сәнғәтен пропагандалаусы тәүге һәм берҙән-бер коллектив ул. Ансамбль илебеҙҙең баш ҡа­ла­һында, Өфөлә уҙғарылған төрлө кон­церт­тарҙа, фестивалдәрҙә Башҡортостан исе­ме­нән сығыш яһай. Етәксеһе — талантлы йәш хореограф, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансам­бленең элекке артисы Нәзир Байегетов.




Вернуться назад