Салауат музейы яңыртыла18.12.2015
Башҡортостан делегацияһы Эстонияның Палдиски ҡалаһы етәкселеге менән Салауат Юлаев музейы экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә. Бынан тыш, башҡорт халҡының милли батыры һәм уның атаһы Юлай Аҙналин һөргөндә булған төбәктән тупраҡ һалынған капсуланы Салауат районындағы “Таштирмә” мемориаль комплексына килтереү мөмкинлеге ҡарала.
Делегациябыҙ Эстонияға “Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап” республика программаһына ярашлы сәфәр ҡылды. Уның составына Башҡортостандың Милли музейы етәксеһе Ғәли Вәлиуллин, музейҙың баш рәссамы Анатолий Федеев, Салауат район Советы рәйесе, “Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары Ринат Әбдрәшитов һәм Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров инде.
Эстондар менән эшлекле осрашыу барышында Башҡортостан менән Эстония араһында туризмды үҫтереү, уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең делегациялары менән алмашыу мәсьәләләре өйрәнелә. Шулай уҡ Палдискиҙағы Салауат Юлаев исемендәге клуб ағзалары, урыҫ гимназияһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары, Таллинндағы Рәсәй илселеге, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре менән осрашыу күҙаллана.