Кәбеҫтә ниңә ҡатлы-ҡатлы?16.12.2015
Әкиәт
Борон-борон заманда булған, ти, бер ауыл. Ундағы халыҡ бик уңған икән. Баҡсаларында йәшелсә гөрләп үҫкән. Улары ла, кешеләр кеүек, тыуған көнөн билдәләргә яратҡан.
Көн дә тиерлек байрам, ти, бында. Сират кәбеҫтәгә еткән. Һөйләшкән кеүек, дуҫтарының барыһы ла матур-матур күлдәктәр алып килгән. Бүләктәр кәбеҫтәгә шул ҡәҙәр оҡшаған – барыһын да кейеп алған. Һаман да сискеһе килмәй, ти.
Ленара ШӘРИПОВА.
Иҫке Күрҙем ауылы.