Әллә бәхетле, әллә юҡ...02.03.2012
Быйыл февраль 29-ынан тамамланды. Ошо көндә бәғзе берәүҙәр тыуған көнөн билдәләне. Бындай хәл кәбисә йылында, йәғни дүрт йылға бер тапҡыр ғына була.
Ҡайһы берәүҙәр григориан календары буйынса йылдың 60-сы көнөндә тыуған кешеләр тормош һуҡмағынан еңел атлай, улар һәр йәһәттән уңыш ҡаҙана, бик һәләтле була, тип иҫәпләй. Икенсе яҡтан, 29 февралдә тыуғандар, ҡәҙимге кешеләр кеүек, йыл һайын тыуған көнөн билдәләй алмай. Унан тыш, ҡайһы бер банктар был көндә тыуғандарға кредит бирмәй йонсота икән: компьютер программаһы 29 февралде һанға һуҡмай һәм шәхес хаҡындағы мәғлүмәтте ҡабул итмәй.


Вернуться назад