Хәстәрлекле ҡыш16.12.2015
Ағастарҙың кейемен
Көҙ алып ҡалған сисеп.
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә
Түҙерҙәр инде нисек?

Йомарт ҡыш хайран ҡалды,
Ғәжәпләнеп, баш ҡаҡты.
Барса ергә өлгөрөп,
Мамыҡтан юрған япты.

Урманға бейек итеп
Һалып ҡуйҙы һырынты.
Тырышып, ағастарҙың
Аяҡтарын йылытты.

“Нығыраҡ уран!”

Тәҙрә шаҡый ҙа шаҡый
Туҡтауһыҙ шаян буран.
“Әйҙә, сыҡ уйнарға, – ти. –
Тик, ҡара, нығыраҡ уран!”

Ашығып тышҡа сығам,
Көтә бит мине буран!
Баҫтырышып уйнайбыҙ –
Тар беҙгә хатта урам!

Алһыу НОҒАМАНОВА.
Мәмбәт ауылы.



Вернуться назад