Ҡайҙа йәшәй Ҡыш бабай?16.12.2015
Ф. Туғыҙбаева һүҙҙәре,
Д. Хәсәншин көйө.
Яңы йыл да етеп килә,
Ап-аҡ ҡар – ҡайҙа баҡма.
Теләйем мин Ҡыш бабайҙы
Саҡырырға ҡунаҡҡа.
Йәнлектәр менән бергә ул
Көн итәлер урманда,
Бейеп-бейеп тә алалыр
Өшөмәҫкә буранда.
Остом, остом мин урманға,
Етеҙ саңғымды тағып.
Ҡыш бабай киләсәк беҙгә –
Алайым әле табып!
Шыршыларға, ҡайындарға
Ҡарҙар һипкән Ҡыш бабай.
Ҡуяндан юл һорарғамы –
Аҙаштым бит таба алмай.