Гармун алдым ҡулыма16.12.2015
Өләсәйем – хеҙмәт ветераны. Өлкән йәштә булһа ла, һис ҡасан зарланмай ул. Гел йылмайып-көлөп йәшәй.

Олатайым мин тыумаҫ борон уҡ вафат булып ҡалған. Эшһөйәр кеше ине, тип иҫкә алалар үҙен. “Гармунда ныҡ оҫта уйнаны олатайың, – тип һағышланды бер мәл өләсәй. – Йырлап та ебәрер ине. Гармуны ҡалды ла, үҙе юҡ инде хәҙер...”
Шул саҡта ҡәҙерлемә бүләк яһарға ҡарар иттем. Гармунда уйнарға өйрәнәсәкмен!
Мәктәптәге фольклор ансамбленә йөрөп, ысынлап та, теләгемә өлгәштем. Бер көн олатайҙың гармунын алып, өләсәй алдында уйнап ебәрҙем. Ҡәҙерлем шатлыҡтан илай ине...
– Рәхмәт, улым, бармаҡтарыңдан һөйөн, – тип теләне ул.




Вернуться назад