Ағайҙарҙы тыңламағас...16.12.2015
Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең осорҙа йәшәгән, ти, бер айыу. Уның өс балаһы булған. Ике улы ғәжәп егәрле, әсәһенә гел генә ярҙам итешә икән. Барыһын да үҙҙәре хәстәрләгән, кемдәндер көтөп ултырмағандар. Ә һеңлеләре Айыуҡай ялҡау булған, ти. Көнө-төнө йоҡлаған, әсәһе, ағайҙары тапҡан ризыҡ менән туҡланып, иркәләнеп кенә көн иткән. Тирә-йүндә барған хәлдәргә иғтибар бирмәгән, барыһына битараф булған.
Бер мәл әсәйҙәре балаларын йыйып алған да: “Инде ҙур үҫтегеҙ, үҙегеҙгә айырым тормош ҡорорға ваҡыт етте”, – тип кәңәш биргән. Улдары шырлыҡтың төбөнәрәк инеп, йылы, ныҡлы өң яһаған, ҡышҡа әҙерләнә башлаған. Айыуҡайҙы ла саҡырғандар. Әммә уныһы: “Ҡыҫылмағыҙ минең тормошома!” – тип белдергән. Иғтибар үҙәгендә булырға теләп, йәшәр өсөн асығыраҡ ерҙе һайлаған. Урман ситендә иренеп кенә оя эшләгән, аҙыҡ тупларға ла йыбанған.
Һепертмә буранлы ҡыш килеп еткән. Урмандағы барса айыу халҡы татлы йоҡоға сумған. Айыуҡай ҙа һалҡын ел уйнап торған өңөнә инеп ятҡан. Өшөүҙән дер-дер ҡалтырап, йоҡоға китә алмай ыҙалай, ти үҙе. Аслыҡтан эсендә “бүреләр олоған”. “Ниңә йылы өң яһаманым, еләк йыйманым, йәнлек ауламаным? Ағайҙарымды ниңә тыңламаным?” – тип әсе үкенгән. Шулай тырмаша торғас, ниһайәт, йоҡоға талған.
Ыжғыр бурандар туҡтап, көн яҙға тарта башлаған мәлдә Айыуҡайҙың ике бәләкәсе донъяға килгән. Өсәүләп иҙрәп ятҡанда “гөрҫ” иткән тауышҡа тертләп киткәндәр. Ят тауышлы бер нәмә туҡтауһыҙ үкерә лә үкерә, ағастар ҡолай, ер һелкенеп тора, ти. Ҡото алынған Айыуҡай тышҡа сығып ҡараһа, ни күрә: өңөнөң алдында ғына ниндәйҙер ҙур “януар”ға ағас тейәйҙәр икән. Меңйәшәр ҡарағайҙар ауа, уларҙың туғандары, балалары үкһеп илай... Уларҙы йәлләп, айыуҙың йөрәге һыҙлаған. Бәләкәстәр ҙә, ҡурҡышып, әсәһенә һыйынған.
Ошо төндән һуң Айыуҡай балаларын алған да урман төпкөлөнә, ағайҙары янына юлланған. Уны был тирәлә башҡа күрмәгәндәр. Күпте белгән Һайыҫҡанбикә генә Айыуҡайҙың бик йыраҡта, шырлыҡта йәшәүе, уңған, хәстәрлекле әсәй булыуы хаҡында оҙаҡ һөйләп йөрөгән, ти.

Гөлзифа РӨСТӘМОВА,
Яңы Усман мәктәбе уҡыусыһы.





Вернуться назад