Йәнә сыңланы “Сулпылар”16.12.2015
Йәнә сыңланы “Сулпылар” Бигерәк тиҙ үтә шул ваҡыт. Быйылғы “Сулпылар” конкурсы яңы ғына иғлан ителгәйне кеүек. “Һә” тигәнсә бәйгегә йомғаҡ яһар мәл дә килеп еткән.

Мәғлүм булыуынса, быйыл конкурсанттар Интернет аша һайлап алынды. Ҡатнашырға теләгәндәр иһә шул ҡәҙәр күп ине. Республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә балалар һынау майҙанына ҡыйыу атлап сыҡты. Уларҙың араһынан 67-һе һайлап алынып, беренсе турға саҡырылды. Ҡатмарлы имтихан көтә ине бәйгеселәрҙе.
Иң-иңдәр араһынан 24 балаға икенсе турға үтеү бәхете йылмайҙы. Улар баш ҡалаға килеп, актер оҫталығы, вокал буйынса дәрес алды, йәрәбә буйынса эләккән йырҙы башҡарҙы. Жюри ағзаларына һәләтлеләр араһынан иң шәп 12 баланы һайлап алырға тигән ауыр бурыс йөкмәтелде.
Һәм бына финалға үткәндәр: Сибай ҡалаһынан Арыҫлан Күсәмешев, Уралиә Кинйәбулатова, Илнара Хәсәнова, Баймаҡтан Розалия Аҫылғужина, Ғәзим Зәйнуллин, Ҡырмыҫҡалынан Илүзә Абдрафиҡова, Учалынан Айҙар Исхаҡов менән Наҙгөл Ғәйфуллина, Илештән Айбулат Ғиләжетдинов, Өфөнән Латифа Бикмәтова, Туймазынан Марсель Хәбибуллин һәм Бөрйәндән Әҙилә Ишмөхәмәтова. Йәш “йондоҙ”ҙар өсөнсө турҙа билдәле сәхнә оҫталары менән берлектә сығыш яһаны, унан гала-концертҡа, бүләкләү тантанаһына саҡырылды.
...Түрҙә – шыршы. Байрамды алып барыусылар ҡупшыҡайҙы быйылғы бәйге еңеүселәренең яратҡан китаптары менән биҙәмәксе. “Бәй, мин уларҙы йырлай ғына икән тиһәм... Китап та уҡыйҙармы ни?” – тип аптырап ҡала алып барыусы малай. Эйе, йырға ла маһир, уҡыуға ла зирәк беҙҙең еңеүселәр. Әҙәбиәт йылында “Сулпылар” сыңына үҙ моңон өҫтәгән кеше тап шундай булырға тейештер ҙә.




Вернуться назад