Буран байрамы16.12.2015
Күҙе тондо ҡарҙарҙың –
Буран, буран ҡоторҙо.
Ҡолаҡ ситен, танауҙы
Семетергә тотондо.
Ел бейене, олоно,
Тәҙрәләргә һуғылып.
Өй түбәһен тетрәтеп,
Ергә төштө йығылып.
Унан китте юл буйлап,
Йомғаҡ булып тәгәрәп.
Үҙе менән ҡарҙарҙы
Һепереп барҙы әйҙәп.
Тирәктәргә һуғылып,
Тағы кире боролдо.
Күмде сана эҙҙәрен,
Ат ялына һонолдо.
…Бер мәл баҡһам тәҙрәнән,
Ел дә тынған, буран да,
Тик һырынты өйөлгән
Тау-тау булып урамда.
Ниңә уҫалһың улай?
Беҙ киттек, киттек, киттек…
Аяҡта – ҡышҡы итек.
Сығыу менән урманға
Юлыҡтыҡ бит буранға.
– Эй, буран, буран, буран,
Ниңә һин уҫал улай?
Һин туҙҙырған аҡ ҡарҙар
Ҡайҙарға ғына тулмай?..
Лиана ҠУНАҠҠОЛОВА.
Мораҙым ауылы.