Эй һағынам!16.12.2015
Ғәжәп матур көсөгөм бар,
Үҙе бигерәк һаҡ ҡына.
Янындағы һәр кешегә
Иркәләп-һырпалана.
Эй һағынам көсөгөмдө
Мәктәптә булған саҡта.
Ул да минең ҡайтҡанымды
Ашҡынып көтөп ята.
Әлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
Үрге Ҡыйғы ауылы.
Ишле ғаиләгә – “бишле”
Мәктәптә дәрес һайын
Алабыҙ беҙ тик “бишле”.
Өйҙә лә эш етерлек:
Ғаиләбеҙ бит ҙур, ишле.
Йортта ярҙам итергә
Тырышабыҙ гел генә.
Атай-әсәй ҡәнәғәт,
Һөйөнә берҙәмлеккә.
Сөмбөл ШӘРӘФЕТДИНОВА.
Йыланлы ауылы.