Файҙалы һәм ҡәнәғәт йәшәлгән ғүмер — бәхетле. Йәшәйештең һәр миҙгелен лайыҡлы үткәргән, халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй ерҙе. Мәғариф ветераны, ижади шәхес Аман Вәлиулла улы Юлъяҡшин — нәҡ ошондай кеше.1929 йылдың йәмле июнь айында Ҡауарҙы ауылында тыуған ауылдашым. Ул донъяға килгәндә, атаһы Афғанстан сигендә Кушка ҡалаһында хеҙмәт иткән. Донъя хәлдәренә хәбәрҙар булған ауылдашының тәҡдимен хуплап, үҙ иле азатлығы өсөн көрәшкән Аманулла хан исемен ҡушалар малайға, атаһы исеменә лә оҡшаш, тиҙәр.
Атаһы армиянан ҡайтҡас, тракторсы булып эшләй, ул — ауылыбыҙҙан сыҡҡан тәүге механизаторҙарҙың береһе. Әммә ғүмере фажиғәле өҙөлә — йәшен ата. Аман ағайға 7 йәш кенә була. Әсәһе Мәрфуға апай 25 йәшендә тол ҡалып, улы һәм ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереүгә бар көсөн һала.
1937 йылда Ҡауарҙы мәктәбенә уҡырға төшә малай, VIII класты тамамлағас, Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 1947-1948 уҡыу йылында Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатты (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) тамамлап, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙерге БДУ) уҡырға инә.
1952 йылда Сәйетбабаға эшкә ҡайта. Аман ағай — Ҡауарҙы тарихында беренсе булып юғары белем алыуға өлгәшкән кеше. Ул үҙе уҡыған мәктәптәре, уҡытыусылары тураһында һәр саҡ йылы хистәр һаҡланы, рәхмәтле булды.
Мәҙинә Хажи ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, бар яҡташтарына өлгө булып йәшәнеләр, ауылда мәҙәни-ағартыу һәм мәғариф эштәрендә ең һыҙғанып йөрөнөләр, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында ҙур абруй ҡаҙандылар. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп, һеңлеһенең улын да алып үҫтерҙеләр.
1965 йылда уларҙы Красноусолға эшкә саҡыралар. Аман ағай оҙаҡ йылдар мәғариф идаралығында баш инспектор булып, район мәктәптәренең уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуға, һөҙөмтәлелеген күтәреүгә тос өлөш индерҙе.
Аман Вәлиулла улы һәр саҡ әүҙем йәмәғәтсе, үҙешмәкәр театрҙарҙың алыштырғыһыҙ артисы ине. Үҙе лә даими рәүештә ижад менән шөғөлләнде, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итте.
— Кеше булған кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, ағас ултыртырға, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға, намыҫлы йәшәргә тейеш — мин быларҙы үтәнем. Әгәр һәр кеше үҙ ғүмерен шулай үтһә, тормош та йәмлерәк булыр ине, — ти торғайны ул.
80 йәшлек күркәм юбилейын уҙғарып, арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа китеп барҙы аҡһаҡалыбыҙ. Уның әйткәндәре хәҙер инде беҙгә васыят булып ҡалды.
Ғәлинур ҠАЛМЫРҘИН,
хеҙмәт ветераны.