Сират кәмей02.03.2012
Былтыр Өфөлә Ҡариҙел микрорайонында – 80, Инорста – 155, Дим биҫтәһендә – 200 һәм Сипайловола 170 урынлыҡ биш балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән, өсәүһенә капиталь ремонт яһалған.
Һөҙөмтәлә баш ҡалала 1035 сабыйға мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында урын табылған. Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, әле тағы ла биш балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Шулай уҡ ҡасандыр төрлө ойошмаларға бирелгән балалар баҡсаһы биналарын кире ҡайтарыу һәм реконструкциялау эше лә дауам итә.


Вернуться назад