Эш сәғәте һуға. Ул эре генә килеп инә. Һиҙелеп тора, кәүҙәһен тура тоторға, үҙенән йәшерәктәргә һыр бирмәҫкә тырыша. Артислығы ла бар: йәштәр кеүек ыҫпай, сибәр, матур күренергә теләй...
Бына шундай кеше ине ул күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев.Ғөмүмән, ул был донъяла үҙенең баһаһын белеп йәшәне, күңеленән дә, былай ҙа үҙен үҙ ерендә хужа итеп тотто, үҙаллы фекер йөрөттө. Һәр әйбергә, күренешкә үҙ ҡарашы булды. Ҡайһы берҙә ғәм халыҡ, нығынған йәмәғәтселек фекеренә ҡаршы сыҡты (мәҫәлән, “Ике дуҫтың береһе ҡол була”, ”Алтын? Юҡ, кәрәкмәй” мәҡәләләре), ғүмеренең аҙағынаса инанған коммунист булып ҡалды, ниндәй хәлдә лә иманынан яҙманы. Данлағаны, инанғаны — социалистик ҡоролош; баҙар мөнәсәбәттәрен ҡабул итмәне, ерҙе һатыуға ҡаршы булды... Социализмды яҙмышы һанаһа ла, был осорҙа халҡыбыҙҙы таратып, төрлө өлкәләргә бүлгеләүгә, шулай ассимиляциялауға, туған телде уҡытыуҙа төрлө кәртәләр ҡороуға ҡаршы ине. Ауыл гөрләһен, уның киләсәге өсөн йәнем фиҙа, тип йәшәне. Ғүмере буйы ауылды йырланы.
...Текә генә баҫып, үҙ урынына үтә. Ҡалҡыу буй-һын. Әйтерһең, һыубаҫар төбәктәге мөһабәт тирәк. Бөтә килеш-килбәтенән шәплек (әллә эрелек, әллә ғорурлыҡ, әллә үҙ дәрәжәңде белеү) бөркөлөп тора. Эйе, бер аҙ һауалығы ла, ҡупыҡлығы ла булғандыр инде. Әммә быға хаҡы ла бар ине: ул үҙенең кемлеген, нимәгә һәләтле булыуын һәм, иң мөһиме, ижадының кимәлен, ҡиммәтен белеп йәшәне. Ә шәхес иң тәүҙә үҙенә баһа бирә, үҙе белә үҙенең кемлеген! Һуңынан үҙен кеше алдында, йәмғиәттә раҫлай... Мәшһүр әҙиптең ижад емештәре халҡының күҙ алдында булды, баһалай алыр кешеләр баһаланы. Минеңсә, шундай хикәйәсеһе булһа, башҡорт прозаһы ғына түгел, урыҫ әҙәбиәте лә ғорурланыр ине (әйткәндәй, урыҫтың күп нәмәһенә ул үҙе лә һоҡланып йәшәне).
...Урынына ултырғас, телефонды ала. “Алло, таныныңмы?.. Нисек? Ағайың берәү бит ул!” Эйе, ул башҡорт әҙәбиәтендә берәү ине. Атаҡлы хикәйәсе. Әҙәбиәтебеҙҙә Сәғит Агиш, Шакир Насиров, Фәрит Иҫәнғолов традицияларын дауам итеүсе. Сәғит Агиш урынына ҡалған мәҙәксе. Тел маһиры, һөйләү оҫтаһы. Һуңғараҡ үҙенең ҡайһы бер көләмәстәрен “Ағиҙел” журналында ла баҫтырып сығарҙы.
Берәү ине ул. Һәм беҙ, ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, етемһерәп ҡалдыҡ. ”Ағиҙел” журналы редакцияһында үҙенең һуңғы көндәренәсә тир түкте, хәҙерге башҡорт прозаһын етәкләне (һуңғы йылдарҙағы бөтә ҡулъяҙмаларҙы тиерлек күҙҙән үткәрҙе). Аҙаҡҡы аҙнала дүшәмбе көн шылтырата: “Сырхап торам, тымау, ахыры: врачҡа барам”. Беҙ уны, ике-өс көндән эшкә сығыр, ҡабат урынына килер ҙә ултырыр, тип көттөк...
Ул, әйтерһең, һыубаҫар төбәктәге иңһеҙ тирәк. Шул ғорур, мөһабәт ағас һин дә мин ултырған еренән гөрһөлдәп ауҙы ла ҡуйҙы. Әйтерһең, аяғөҫтө көйө генә йығылып китте әҙәбиәтебеҙҙең баһадиры, бер таяуы, алтын бағаналарының береһе!
...Бына ишек асылыр... Ул. Шул уҡ: бер аҙ һауалы, ихлас йылмая, кәүҙәһен тура тоторға тырыша... Уның көлөүе лә — мәҙәксе көлөүе: шаян, төрттөрөп-ҡытыҡлап алыусы көлөү. Күҙен ҡыҫа төшөр, барыбер был ихлас, кешелекле көлөү, һине яҡын итеп мәҙәкләү булыр. Юҡ, уға мәкерле көлөү, аҫтыртын мыҫҡыллау хас түгел. Ул хатта үҙен ҡыйырһытыусыларға ла кенә тотманы буғай. Ауыҙ күтәреп әрләшә белмәне, асыуын эсенә йомдо — эстән һыҙланды, йөрәген шулай бөтөрҙө.
Эйе, ул үҙенең шәп, оло яҙыусы булғанын белеп китте, ә ҡалғаны — тереләр ихтыярында, ҡалғаны — тәҡдир ҡулында.